Ҡунаҡтарҙы һәм студенттарҙы ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов ҡаршы алды. Эшлекле һөйләшеү алдынан ул сараны ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, башланған эштең һөҙөмтәле буласағына өмөтөн белдерҙе.
Сара барышында респубиканың көньяғына ҡараған ҡала һәм райондарҙың үҙәк дауаханалары баш табиптары һәм медицина һорауҙары өсөн яуаплы вәкилдәр һүҙ тотто һәм йәштәрҙе үҙебеҙҙә эшкә ҡалырға саҡырҙы. Улар үҙҙәрендә булған мөмкинлектәр, дәүләт программалары, дауаханаларҙың заманса йыһаз менән тулы-ландырылыуы, ремонттар яһалып тороуы тураһында һөйләп үтте. Шулай уҡ әлеге ваҡытта уңышлы эшләп йөрөгән, өлгө итеп ҡуйырҙай белгестәрҙең ҡаҙаныштары менән таныштырҙылар.
Яңы эшкә урынлашырға әҙерләнгән белгестәргә алтын тауҙар вәғәҙә итмәһәләр ҙә, егет-ҡыҙҙарға тәжрибә туплап, киләсәктә юғары эш хаҡтарын алырҙай белгес булып китергә мөмкинлектәр тураһында ла һөйләп үттеләр.
Дөйөм алғанда, был сарала йәштәргә сит яҡтарҙа ғына түгел, үҙебеҙҙә лә намыҫлы эшләп, лайыҡлы баһа алырға мөмкин, тигән фекер һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Моғайын, залда ултырыусы сту-денттар араһында ла үҙ райондарына ҡайтып эшләргә теләүселәр барҙыр. Иң мөһиме, улар хәҙер кемгә эш һорап мөрәжәғәт итергә кәрәклеген белде.
Автор фотолары.