Ашҡаҙар
+24 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
15 Февраль 2020, 12:05

Яңы етәкселәр тәғәйенләнде

Башҡортостандың "Шоңҡар", "Ағиҙел" журналдарында баш мөхәррирҙәр алмашынды.

"Шоңҡар" йәштәр журналына яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов тәғәйенләнде. Яңы вазифала ул киләһе аҙнанан эшләй башлаясаҡ. Бөгөн республиканың Мәҙәниәт министрлығында үткән киңәйтелгән ултырышта уны, коллегия ағзаһы булараҡ, тәбрикләнеләр.

"Шоңҡар" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин хәҙер "Ағиҙел" журналына етәкселек итәсәк. Ә яҙыусы, драматург, "Ағиҙел", "Һәнәк" журналдары баш мөхәррире Рәлиф Кинйәбаев "Һәнәк" журналында етәксе булып ҡала.

Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов (1988 йыл) — башҡорт журналисы, яҙыусы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар (2014) һәм Журналистар союздары ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты (2015). Ул "Башҡортостан" гәзите редакцияһының әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге хәбәрсеһе булып эшләне. Ун телдә баҫылып сыҡҡан 20 китап авторы. Әҫәрҙәре Башҡортостан һәм Ҡырғыҙстандың мәктәп дәреслектәренә индерелгән. Айгиз Баймөхәмәтовтың повестары буйынса Башҡортостан, Татарстан, Бүрәт һәм Ҡаҙағстан театрҙары сәхнәләрендә спектаклдәр ҡуйылды.

Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин (1971 йыл) — прозаик, шағир, журналист, драматург. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, В. Шукшин исемендәге "Яҡты күңелдәр" Бөтә Рәсәй әҙәби конкурсы лауреаты.

Рәлиф Мөстәҡим улы Кинйәбаев (1957 йыл) — журналист, прозаик, драматург. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы. Уҙған быуаттың һикһәненсе йылдарынан "Башҡортостан" гәзитенең үҙ хәбәрсеһе, ә 1999 йылдан алып 2011 йылға ҡәҙәр баҫманың баш мөхәррире булып эшләне. Рәлиф Кинйәбаевтың пьесалары Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәре театрҙарында ҡуйыла.
bash.rbsmi.ru
Фотолар: "Башинформ".
Читайте нас: