Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
17 Февраль 2020, 14:30

Тарихсылар боронғо яҙмаларҙы өйрәнеү өсөн донъялағы иң тәүге фонографты ҡуллана

Өфө тарихсылары балауыҙ һәм винил валикка яҙылған боронғо яҙмаларҙы өйрәнеү өсөн донъялағы иң тәүге фонографты ҡулланаУның ҡулында балауыҙ ҙа телгә килә. Бындай тауыш яңғыратыу ҡоролмаһы тотош илдә ни бары икәү генә. Рәмилә Кәримова уны үҙ аҡсаһына һатып алған, ә фонограф сығарған тауыштар тотош республика өсөн әһәмиәтле.

Күрәһең, ғалимә өсөн тарихи факттар матди байлыҡҡа ҡарағанда ҡиммәтерәк. Был сифатҡа тарихты боҙоп күрһәтеү, сит илдәр мәнфәғәтенә ҡайтанан яҙып маташыу барған осорҙа баһаның сиге юҡ. Балауыҙ ниндәй тарих һөйләй?
Журналист Рафиҡ Әхмәтшин ата-бабаларының тарихы менән күптән ҡыҙыҡһына, тик атаһы яғынан олатаһы Харрас Әхмәтша улының яу юлын ғына тулыһынса асыҡлап бөтә алмай. Оҫта пулеметсының Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалыуы билдәле. Ә бына беренсе донъя һәм граждандар һуғышында ҡатнашыуы буйынса мәғлүмәттәр әҙ. Тарихи ысынбарлыҡты асыҡларға ғалимә Рәмилә Кәримова ярҙам итә. Харрас Әхмәтша улы Император армияһының 92-се Печорский пехота полкында һуғышҡан. Ғалимә хатта, лазарет документтарының күсермәләрен дә табып бирә.
Рәмилә Кәримова Харрас Әхмәтшиндан тыш тағы ла йөҙҙәрсә яҡташтарыбыҙҙың шәхесен һәм яу юлын асыҡлай. Ғалимә Бөйөк ватан һуғышы тарихы менән дә, беренсе донъя һуғышы яугирҙары менән дә ҡыҙыҡһына. Рәмилә Ниғәмәтйән ҡыҙы әйтеүенсә, архивтарҙа өйрәнелмәгән хазина ята. Мин билдәһеҙ шәхестәр, хәбәрһеҙ юғалғандар буйынса мәғлүмәт туплайым, туғандарын табып уларға тапшырам, ти ул.
Тарихты төплөрәк өйрәнеү өсөн ғалимә ваҡытын да, аҡсаһын дә йәлләмәй. Ул балауыҙ һәм винил валикка яҙылған элекке яҙмаларҙы өйрәнеү маҡсатында Эдисон фонографы ла һатып ала. Донъялағы тәүге тауыш яҙҙырыу һәм тыңлау ҡоролмаһы тотош илдә икәү генә.
Был фонограф, күреүегеҙсә, 1890 йылда сығарылған. Унда тауышты яҙҙырыу, тыңлау ғына түгел, тиҙлекте артыттырыу, кәметеү мөмкинлеге лә бар, кәрәк саҡта туҡтатырға ла була. Ғалимә Рәмилә Кәримова ҡоролманы Америка коллекционерынан һатып алған. Боронғо ҡомартҡының хаҡы 100 мең һумдан ашыу.
Бер валикка 3-4 минутлыҡ материал йәки бер йыр һыя. Әле башҡортарға ҡағылышлы ике колллекция һаҡланып ҡалған, фонояҙмалар 1927 йылдан башланған. Санкт-Петербург тупланмаһын билдәле ғалимдар Эвальд, Гиппиус, Лебединскийҙар башҡорт ауылдары буйлап яҙҙырып ала. Шуныһы ҡыҙыҡ, уларҙа Учалы район Уселе тип күрһәтеләгән. Ә башҡорт коллекцияһын ғалимдар Мәжит Билалов менән Закир Шакиров йыя.
Балауыҙ валиктарҙы тарихи мәғлүмәттәр – фольклор өлгөләре, халыҡ йырҙары һаҡлана. Тик балауыҙ бик нескә материал, быуатлап ятҡан валиктарҙың күбеһе ярыла, тишкеленә башлаған. Ә фонографтың энәһе уларҙы йырыуы бар. Ғалимдар тарихи ҡомартыҡыны өйрәнеү өсөн 3 д, лазер кеүек заман алымдарын ҡулланыу яҡлы. Тик был инде ҙур матди сығымдар талап итә, бер кешенең генә хәленән килерҙәй түгел. Ә беҙҙең әле өйрәнелмәгән материалдар етерлек.
Ғалимдар әйтеүенсә, һуғыш тарихын оло даталар алдынан ғына түгел, даими өйрәнеү мотлаҡ. Рәмилә Кәримова фәнгә эскерһеҙ хеҙмәттең асыҡ миҫалы, тарихи ысынбарлыҡты тап ошондай шәхестәр һаҡлай, быуындан-быуынға тапшыра. Сит илдәр тарафынан тарихты боҙоп күрһәтеү, үҙ файҙаһына ҡайтанан яҙып маташыу барған осорҙа үткәндәрҙең хәҡиҡәте тап ошондай- үҙ эшенә мөккибән киткән ғалимдарға бәйле.
Читайте нас: