Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
18 Февраль 2020, 13:00

"Беҙгә түрәләр туризмы кәрәкмәй"

Беҙгә түрәләр туризмы кәрәкмәй: Хәбиров сит илдәргә командировкаларҙы туҡтатырға ҡушты

Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров йәнә ҡул аҫтындағыларын сит илдәргә буш командировкалар өсөн шелтәләне.
Республика башлығы һүҙҙәренсә, саҡырыу буйынса сит дәүләттәргә теге йәки был сараларға барған министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре ошондай сәфәрҙәрҙең һөҙөмтәләре тураһында уға тулы отчет бирергә тейеш.
«Мин түрәләр туризмын туҡтатыуҙы һорағайным инде. Беҙгә бюджет аҡсаһы иҫәбенә килешеүҙәр буйынса «ритуал» сәфәрҙәр кәрәкмәй. Кемдең ҡайҙа барғанын баҫтырып сығарһам, рәхәт булмаҫ. Бының менән мауыҡмағыҙ», — тине республика етәксеһе.
Башҡортостан башлығы командировкаларҙың тармаҡ буйынса булырға тейешлеген дә билдәләне. Әйтәйек, Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты сит илгә төҙөлөш форумына йыйына, ә унда төҙөлөш блогы барырға тейеш.
Башинформ.
Читайте нас в