Ашҡаҙар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
21 Февраль 2020, 01:20

Өфө ҡыҙҙары “Урман һылыуы” булмаҡсы

Урман хужалығына бәйле был конкурс Рәсәйҙә алтынсы тапҡыр үткәрелә.

Йылдан йыл ул популярлаша бара. Быйыл төп приз – автомобиль. Башта гүзәл заттар апрелдә һынау үтә, суперфиналға үтеүселәр август айында төп приз өсөн көс һынаша. Әлеге бәйгелә 21 йәштән алып 35 йәшкә ҡәҙәр ҡатын-ҡыҙ ҡатнаша ала.

Быйылғы конкурста Башҡорт дәүләт аграр университеты вәкилдәре Ленара Мөхәмәтйәнова менән Татьяна Карасева ла ҡатнашырға ҡарар иткән. Әйткәндәй, әлеге гүзәл заттар быға тиклем дә “Урман йығыусы”, “Урман королеваһы” һымаҡ конкурстарҙа көсөн һынап ҡараған.
Читайте нас: