Уның һүҙҙәренсә, унда заманса матбуғат үҙәге, ньюс-рум, журналистар өсөн китапхана булырға тейеш. Үҙәктә республиканың барлыҡ киң мәғлүмәт саралары урынлашыр тип күҙ уңында тотола.
Был бинаның тарихы 1967 йылға, Өфөлә гәзит-журнал һәм редакция-нәшриәт комплексы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителгән ваҡытҡа барып тоташа.
1971 йылда Матбуғат йортоноң производство корпусы асылған. Бер йылдан редакция-нәшриәт комплексы төҙөлөшө тамамланған. Шул ваҡыттан бирле бинала республика һәм ҡала гәзит-журналдары, альманахтар һәм башҡа баҫмаларҙың редакциялары урынлашҡан.
Һуңғы бер нисә тиҫтә йылда бинаға аҡса һалынмаған. Ул насар торошта, коммуникацияларҙы алмаштырыуҙы һәм яңынан планлаштырыуҙы талап итә.
Башинформ.