Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
21 Февраль 2020, 14:00

Снайпер булған Мәрйәм инәй

...Мәрйәм Шәрипова – Бөйөк Ватан һуғышында иң яуаплы һәм ҡурҡыныс яуҙарҙа ҡатнашҡан яугирҙәрҙең береһе. Уйлай китһәк, ҡатын-ҡыҙ өсөн һуғыш – үҙе ҙур һынау, ә шул ут эсендә йөрөүе ни тиклем түҙемлек талап иткәнен яугир ҡатын үҙе генә белә.

Мәрйәм Сәләхетдин ҡыҙы һуғышҡа снайпер булып алына һәм хәрби бурысын намыҫлы, сыҙамлы үтәп, Кенигсбергҡа тиклем барып етә. Уның хәрби билетенда “Кенигсбергты алған өсөн” тигән маҡтаулы һүҙҙәр һәм тейешле баһа тураһында яҙма ла теркәлгән. Әйткәндәй, һуғышта снайпер булып хеҙмәт иткән ҡатындар Стәрлетамаҡта элегерәк бер нисәү була. Әммә, үкенескә ҡаршы, улар араһынан ғына түгел, Мәрйәм инәй хәҙер ҡалала дөйөм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары араһында ла берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ. Шулай, уларҙың да сафы һирәкләнә... Мәҫәлән, бынан бер нисә йыл элек Мәрйәм Сәләхетдин ҡыҙының тормош иптәше Рәмил Ибраһим улы ла баҡыйлыҡҡа күскән. Ул иһә Бөйөк Ватан һуғышында шофер булған, был ҡәһәрле һуғышта ғына түгел, япондар менән алышырға ла тура килгән уға!

...Мәрйәм Сәләхетдин ҡыҙы 97 йәшен ваҡлай инде, шуға ҡарамаҫтан, парадтарға бармаһа ла, үҙ йортонда аяғында йөрөй әле, Аллаға шөкөр! Артабан да балаларының шулай матур тәрбиәһендә оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын уға!

Фото ғаилә архивынан алынды.
Читайте нас: