– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Фольклориадала 100 илдән өс меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә, тип белдерҙе. Мәғлүм булыуынса, халыҡ-ара фольклор фестивале республикала 2020 йылдың 18 июленән 1 авгусҡа тиклем уҙғарыла. Әлеге ваҡытта 85 дәүләт был сарала ҡатнашырға теләк белдергән. Бынан тыш фестивалгә 2,5 миллион туристың да килеүе көтөлә. Ошо мәртәбәле сарала ҡатнашыуға Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы беҙгә 887 мең аҡса бүлде. Был аҡсаға тышта ҡулланыла торған тауыш көсәйтеүсе махсус ҡорамал алдыҡ. Беҙ сара сиктәрендә 3 меңдән ашыу ҡунаҡты лайыҡлы ҡабул итергә тейешбеҙ.