Рейтингта беренсе урында – Рәсәй президенты Владимир Путин. Артабан Хәүефһеҙлек советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев, дәүләт башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков, Мәскәү мэры Сергей Собянин, сит ил эштәре министры Сергей Лавров, Санкт-Петербуг губернаторы Александр Беглов, Дәүләт Думаһы депутаты Вячеслав Володин, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре Алексей Навальный, Мәскәү өлкәһе губернаторы Андрей Воробьев, Түбәнге Новгород өлкәһе башлығы Глеб Никитин, оборона министры Сергей Шойгу һәм Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров килә.
Хәбировтан һуң рейтингта Патриарх Кирилл (13-сө урын), ил хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин (14-се урын), Чечен Республикаһы башлығы Рамзан Ҡадиров (17-се урын) һәм Татарстан Республикаһы президенты Рөстәм Миңлеханов (19-сы урын) тора.