Шуныһы ҡыҙыҡлы: тапшырыу экрандарға сығып та өлгөрмәне, хатта федераль кимәлдәге тапшырыуҙарҙы ҡарау буйынса рекордтарҙы уҙып китте.
Тәүге тапшырыуға алып барыусылар Фидан Кәкресүкеш Килмөхәмәтов менән билдәле блогер Ульяна Тригубчак данлыҡлы опера йырсыһы Илдар Абдразаҡовты саҡырғайны. Йырсы “Бишбармаҡ” төркөмө менән һуңғы ваҡытта киң таналыу яулай барған “ҡорот” йырын да башҡарҙы.
Әммә тәүгеһе генә түгел, тапшырыуҙың артабанғы сығарылыштары ла ҡыҙыҡлы булмаҡсы – ул эфирға һәр йома 22.00 сәғәттә сығасаҡ.