Эш шунда: бина тораҡ йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡан һәм ҡыҫырыҡ. Кескәй пациенттарға бигерәк тә ваҡыттарында ауырға тура килә. Әйткәндәй, был проблема бер нисә тапҡыр “инцидент” системаһы ҡармағына ла эләкте. ләкин, бәхеткә күрә, яҡын киләсәктә был проблема юҡҡа сығасаҡ, ленин проспектына поликлиниканың яңы адресы барлыҡҡа киләсәк. Уны йә ҡулланылмаған бина нигеҙендә булдырырга, йә яңыһын төҙөү юлы менән хәл итергә планлаштырыла. Ҡала хакимиәте башлығының сираттағы кәңәшмәһендә билдәле булыуынса, әле проблеманан сығыу буйынса ике вариант өҫтөндә лә эш алып барыла.