Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
26 Февраль 2020, 16:10

Екатерина Першина Шайморатов орденын йөрөтәсәк!

Мәртәбәле награданың тарихы бынан ике йыл элек булып үткән ваҡиғаларға барып тоташа. Уҡытыусы балаларҙың хәүефһеҙлеген үҙ ғүмеренән өҫтөн ҡуя.

Был хәл күптәрҙең әле лә хәтерендә. 2018 йыл, 18 апрель. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбе. Уҡыусы класҡа бысаҡ менән ҡоралланып килеп инә лә уҡытыусыға һәм тиҫтерҙәренә ташлана. Енәйәтсе уҡытыусыға дүрт тапҡыр сәнсеп өлгөрә, әммә Екатерина Першина үҙен үлем ҡурҡынысы аҫтына ҡуйып, ҡанын һәм хәлен юғалта барыуға ҡарамаҫтан, үҙенең тәне менән ҡаплап, ҡоттары осҡан уҡыусыларҙы тиҙ арала кластан сығарыуға өлгәшә...
Әйткәндәй, 2017 йылда Екатерина Альбертовна “Йыл уҡытыусыһы” исеменә ирешкәйне. Ә ошо көндәрҙә уҡытыусының батырлығы республика кимәлендә Миңлеғәле Шайморатов ордены менән билдәләнде. Байрам тантанаһы мәлендә был мәртәбәле бүләкте уға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе тапшырҙы! Әйткәндәй, был орден республикала күптән түгел генә барлыҡҡа килде. Яҡташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм артабанғы эштәрендә тик уңыштар теләп ҡалабыҙ!
Читайте нас в