“Башҡорт сода компанияһы” уҡыу йорттарына инвестицияларҙы дауам итә, күптән түгел генә нефть техник университетында лаборатория асылһа, ошондай уҡ ҡыуаныс менән Стәрлетамаҡ химия-технология колледжы ла бүлеште. Уҡыу йортона ике яңы химия лабораторияһы һәм компьютер класын яңыса ҡороу өсөн “БСК” 3 миллион һум аҡса йүнәлткән. Лабораторияларҙа ниндәй эш алып барыласағы тураһында ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Радик Ғәлиев һәм компания вәкиле Сергей Лобастовҡа студенттар үҙҙәре һөйләп ишеттерҙе.
«Ректификация процестарын өйрәнеү» уҡыу-лаборатория комплексы, мәҫәлән, үҙе үк етештереү ҡоролмаһын хәтерләтә. Тик ул студенттар өсөн ябайлаштырылған һәм процестарҙы аңларға, шул уҡ ваҡытта уны яҡшыраҡ өйрәнергә мөмкинлектәр аса. Комплекс ярҙамы менән һанауҙар һәм үлсәүҙәр алып барып, етештереүҙең барлыҡ параметрҙарына һығымта яһарға мөмкин. Ә лаборатор һыуытҡыс ҡоролмаһы ярҙамында студенттар яһалма һыуыҡ булдырыуҙы көйләргә һәм контролдә тоторға өйрәнәсәк. Шулай уҡ күҙ алдында торған йыһаз буйынса һыуытҡыс ҡоролманың технологик схемаһын белергә мөмкин. Компьютер класына килгәндә, бында 13 яңы компьютер һәм интерактив таҡта һатып алынған.
Был лабораторияларҙа практик дәрестә студенттар яһаған анализ-дар ГОСТ-ҡа һәм ИСО халыҡ-ара та-
лаптарға тап килә, бындай лабораториялар ысын сәнәғәттә, шул иҫәптән “Башҡорт сода компанияһы”нда һәм башҡа алдынғы сәнәғәт майҙансыҡтарында ҡулланыла. Ошондай уҡ стандарттарҙа эшләү WorldSkills Russia һөнәри оҫталыҡ конкурстарында ла ҡулланыла, тимәк, студенттарға был өлкәлә лә юл ярыла.
Әйткәндәй, “Йәш һөнәрмәндәр” асыҡ төбәк чемпионатында лаборант-аналитик һөнәрен үҙләштереүсе Айһылыу Сәғитова икенсе урын алған, ул ярышҡа 2019 йылда “БСК” бүләк иткән ҡоролмала шөғөлләнгән булған.
– Бындай лаборатория асыу “Башҡорт сода компанияһы”ның ҡеүәтен күрһәтә. Һәр саҡ компания йәш белгестәрҙе әҙерләүгә яңы уңайлыҡтар индерергә тырыша. Лабораторияларға алынған яңы ҡорамалдар студенттарҙың белемдәрен һәм оҫталыҡтарын арттырыр һәм улар сәнәғәт предприятиеларына талап ителгән белгестәр булып сығырҙар, – тине Радик Ғәлиев колледжда асылған бүлмә һәм лабораторияларҙы ҡарап сыҡҡас.