Дилер үҙәгенең киң майҙандарында “Лада”ның бөтә моделдәрен дә килеп күрергә була. Һатыусы-консультанттар автомобиль менән таныштырып та сыға, машинаны һынау маҡсатында ҡала буйлап йөрөүҙе лә ойоштора ала. Шулай уҡ кәрәк булһа, өҫтәмә хеҙмәтләндереү, отошло тәҡдимдәрҙе һөйләп үтергә һәм һеҙгә автомобиль һайлауҙа ярҙам итергә әҙерҙәр. Бында шулай уҡ трейд-ин программаһы буйынса иҫке машинаны яңыға алмаштырып алырға, страховка эшләтергә мөмкин. Автомобилдәр баҙары ҙур булһа ла үҙебеҙҙең илдә етештерелгән автомобилдәргә лә һорау ҙур, үҙәкте асыу тантанаһы мәлендә лә машина һатып алырға килеүселәр, ошондай уңайлы хеҙмәтләндереүҙе һайлаусылар күп булды.