Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
28 Февраль 2020, 12:05

Ишле ғаилә – милләт түле!

Халыҡ һанын арттырыу. Был мәсьәлә хаҡында йыш ҡына баш ватабыҙ. Һуңғы ваҡытта ил кимәлендә демографияны яҡшыртыу буйынса хатта төрлө маҡсатлы программалар булдырылды. Тәбиғи, үҙ мөхитебеҙҙә, әлбиттә, күберәк ишле башҡорт ғаиләләре күберәк булһын ине, тип тә борсолабыҙ. Тик ил кимәлендәге демографиямы, милләт һанын ишәйтеүме, итәк тултырып бала табыу бер, тупырлашып тыуып торған сабыйҙарҙы бағырға, тәрбиә бирергә, лайыҡлы итеп аяҡҡа баҫтырырға ла кәрәк бит әле!..

Был тәңгәлдән өлгө булып торорҙай ғаиләләр миҫалына туҡталып үтке килә. Шуныһы ҡыуаныслы: матур итеп йәшәгән ишле ғаиләләр арабыҙҙа осрап тора! Шундай ғаиләләрҙең береһе – Ғәзизовтар менән осраҡлы ғына тиерлек таныштыҡ. Дөрөҫөрәге, уларҙың социаль селтәрҙәрҙә ҡуйған фотоһына ғашиҡ булдыҡ та, бындай матур ғаиләне күреп, үҙҙәренә тура хәбәр яҙмайынса булдыра алманыҡ...
Зилә менән Рафаил икеһе лә Ишембай районынан икән. Стәрлетамаҡ – уларҙың йәшлек ҡалаһы, хәйер, улар әле лә йәшлектең өҫтөндә генә бит әле. Ғөмүмән, ул саҡтағы Стәрлетамаҡ педагогия институтының ике студенты, ике яҡташ вузда уҡығанда таныша. Уҡып йөрөгән көйө ғаилә ҡора улар, ҡулдарына диплом алалар ҙа, ошонда уҡ эшкә ҡалалар, тәүге улдары Рифат донъяға килә. Ҡатын кеше үҙ һөнәре буйынса китһә, бына ғаилә башлығына уҡытыусы булып эшләргә насип булмай. Билдәле, ишле ғаиләне бағыр өсөн аҡсалы эш кәрәк, Рафаил күп уйлап тормай, Себергә юллана...

Әммә тормош ауыр, аҡса етмәй тип, зарланып ултырмай йәштәр, ең һыҙғанып донъя көтә, ғаиләһен ишәйтә – Рифат менән бер-бер артлы Регина тәүге ауазын яңғырата, уларға биш-алты йәш булғанда биш йәш ара менән Зарина һәм Зариф та донъяға килә. Шулай итеп, дүрт балалы ҙур ғаилә булып һоҡландырып йәшәй улар. Ә бер көн килеп, Зиләгә тыуған ауылы Петровскиҙа эш тәҡдим иткәс, ҡалала ҙур фатир булыуға ҡарамаҫтан, ауылға күсенеп ҡайталар. Ә инде был ауылдан Рафаилдың кендек ҡаны тамған Маҡарға ла күп ҡалмай. Хәйер, ғаилә Стәрлетамаҡтан бөтөнләй айырылған тип әйтеп булмай: Рифат 3-сө башҡорт лицей-интернатында уҡый, география, тарих буйынса олимпиадаларҙа яҡшы күрһәткестәргә эйә, бынан тыш утыҙ биш саҡырым тип тормай, Ғәзизовтар ҡалаға төрлө түңәрәктәргә, ял итергә йөрөй. Шулай, балаларға матур тәрбиә биреү, матур итеп йәшәй белеү өсөн торған урын түгел, ҡорған тормоштоң мәғәнәһе мөһим! Ишле Ғәзизовтарға артабан да тик бәхеттәргә төрөнөп йәшәүен теләргә генә ҡала.
Читайте нас: