Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
29 Февраль 2020, 01:25

Баланы еңгән, имеш...

Өфөлә була был хәл. Ҡыҙ бала Дим биҫтәһенән ҡаланың үҙәгенә маршрут таксийында барырға сыға.

Бала водителгә юл хаҡын түләү маҡсатында банк картаһын һуҙа, әммә автобус йөрөтөүсе ҡыҙҙың картаһын тартып ала ла, ҡулаҡса менән түләргә ҡуша. Йәнәһе лә уның (водителдең) терминалы ватылған.
Бәхеткә күрә, был хәлде күргән пассажирҙар баланы шунда уҡ яҡлап сыға һәм уның өсөн үҙҙәре түләй.

Бәлки водитель терминал эшләмәгән арҡаһында бер аҙ кәйефе ҡырылып, балаға асыуын сығарғандар. Әммә уның ҡорамалы өсөн ҡыҙ ғәйеплеме ни?..
Читайте нас: