Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
29 Февраль 2020, 16:50

Бер йылда республика халҡы 13 мең кешегә кәмегән

Йыл башына Башҡортостанда даими халыҡ һаны 4037,8 мең кеше тәшкил иткән.

2019 йылдың 1 ғинуары менән сағыштырғанда ул 13,2 мең кешегә кәмегән, тип хәбәр иттеләр Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенән.
Эксперттар билдәләүенсә, уҙған йылдың ғинуар-декабрендә демографик хәл республикала яңы тыуған сабыйҙар һәм вафат булыусылар һанының кәмеүе менән айырылып тора.
«Отчет осоронда халыҡтың тәбиғи кәмеүе күҙәтелә», — тип белдерҙе улар.
Әйтәйек, 2019 йылда Башҡортостанда 41 меңдән саҡ ҡына ашыуыраҡ кеше тыуған (2018 йылда – 47 мең).
Һәм, киреһенсә, былтыр республикала 49,2 мең кеше яҡты донъя менән хушлашҡан. 2018 йылда улар күберәк булған – 50,4 меңдән ашыу.
«Уҙған йылда республикала мең кешегә 10,4 яңы тыуған сабый һәм 12,2 үлгән кеше тура килгән», — тип өҫтәне статистиктар.
Башинформ.
Читайте нас: