Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
2 Март 2020, 14:00

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһының IV съезы була

2020 йылдың апрелендә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһының IV съезы була. Республика башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған тейешле указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет порталында баҫылған.

Съезд Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһының төбәк йәмәғәт ойошмаһы тәҡдиме буйынса Башҡортостан Республикаһында дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн уҙғарыла.
Халыҡтар ассамблеяһының IV съезына әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты етәксеһе — Башҡортостан Республикаһы башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев. Ойоштороу комитетына шулай уҡ хөкүмәт вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы етәксеһе Зөһрә Рәхмәтуллина, республика парламенты вице-спикеры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Республикаһы башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе Азат Баҙранов, министрлыҡ, ведомство һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре инде.
Республика муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәренә Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһының IV съезын үткәреүгә ярҙам күрһәтергә тәҡдим ителде.
Белешмә. Халыҡтар ассамблеяһы республикала йәшәгән халыҡтарҙың 30-ҙан ашыу рәсми теркәлгән милли-мәҙәни ойошмаһын берләштерә. Уның төп бурыстарының береһе – власть органдары менән Башҡортостанда милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыуға, халыҡтар тыныслығын һәм татыулығын һаҡлауға йүнәлтелгән һөҙөмтәле диалог алып барыу. Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының III съезы 2015 йылда уҙҙы. Унда тотош республиканан 350-гә яҡын делегат ҡатнашты.
Башинформ.
Читайте нас: