Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
3 Март 2020, 11:15

Мырҙаш һөтө магазин кәштәләренә юл яра

Башҡортостан ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын булдырыу буйынса илдең алдынғы төбәктәре рәтендә. Былтыр ғына йыл дауамында 119-ҙан ашыу яңы кооператив эшләй башлаған. Стәрлетамаҡ районы эшҡыуарҙары ла «Юлдаш» ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы булдырып, бергәләп алға бара. Кооперативтың рәйесе Илдар Буранғолов менән осрашып, эшҡыуарҙарҙың планы һәм бөгөнгөһө тураһында белештек. Баҡтиһәң, тиҙҙән улар магазиндар кәштәләренә «Мырҙаш» һөтөн сығармаҡсы. Беҙ булдыҡлы етәксе менән ошо уңайҙан әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Башланғысығыҙ менән таныш-тырып үтһәгеҙ ине.
– «Юлдаш» кооперативы 2016 йылда барлыҡҡа килде, унда ун ойоштороусы: шәхси эшҡыуарҙар, фермер һәм шәхси хужалыҡтар инде. Әлеге мәлдә яңыса эш башлар өсөн урын табылды, унда ремонт эштәре бара. Йыһазға заказ бирҙек, тиҙҙән Ижевск ҡалаһынан килтерәсәктәр һәм уны көйләү, урынлаштырыу менән шөғөлләнә-сәкбеҙ. Етештереү нөктәһе Айыусы ауы-лында буласаҡ.
– Продукция нин-дәй күләмдә сығарыласаҡ, етештереү көсөн нисек баһалайһығыҙ?

– Ярты, бер һәм литр ярым күләмендәге шешәләргә продук-цияны тултырасаҡбыҙ. Сәғәтенә 700 шешә тултырыу мөмкинлеге бар, был, уртаса алғанда, 700 литрға тура килә. Һөт етер тип уйлайбыҙ, әгәр ҙә етмәһә, ауыл халҡынан йыясаҡбыҙ, шулай уҡ предприятиелар менән килешеү төҙөргә мөмкин. Әгәр ҙә һатып алыусылар булһа, был һорауҙы беҙ хәл итербеҙ, иң мөһиме, баҙарҙы яулап алыу. Сөнки хәҙер супермаркеттар, гипермаркеттар күп, унда тауар ҙа төрлө, һөт продукцияһы ла күп. Шул юҫыҡта беҙгә көслө генә эшләп алырға тура килер.

– Әлеге мәлдә үҙегеҙҙең хужалыҡта нисә кеше эшләй?
– Ҡышҡы осорҙа фермала 12 кеше эшләй, бер механизатор, ике быҙау ҡараусы, һауынсылар һәм эре мал ҡараусылар. Барыһы ла ауыл кешеләре, эштәре оҡшай, тырыштар.
– Йәй көнө килгәндә һеҙ яңы комбайн һатып алғайнығыҙ, һынап ҡаранығыҙмы, уны берәй программа буйынса алдығыҙмы?

– Яңы заманса техника бик шәп инде ул, уңышты таҙа һәм юғары йыйыу сифаты күрһәтте. Техниканы һатып алыу өсөн, әлбиттә, һәр кемдең дә аҡсаһы етмәй, үҙем банктан кредит алдым, проценты аҙ ғына булды. Дәүләт яҡшы ярҙам итте, субсидия менән 3 миллион һумды кире ҡайтарҙылар. Субсидияны ла юллауы ауыл кешеһе өсөн еңел түгел, был өлкәлә документтарҙы туплауҙа Стәрлетамаҡ районының мәғлүмәт-консультация үҙәге ҙур булышлыҡ күрһәтте, уларға рәхмәт. Республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов та беҙҙең һорауҙы ыңғай ҡабул итте һәм үтенесебеҙҙе үтәне. Беҙгә үҙ илебеҙҙә етештерелгән «Россельмаш» комбайнының хаҡынан 45 процентын ҡайтарҙылар.

– Тағы ла ниндәй пландарығыҙ бар?
– Быйыл тағы ла мал һатып алып, ишәйтергә. Техникаға килгәндә, сапҡыс һатып алырға ине. Был тәңгәлдән сит ил техникаһына өҫтөнлөк бирергә уйлайбыҙ.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, эшегеҙҙә уңыштар теләп ҡалабыҙ!
Ауыл хужалығы кооперативтары һанын арттырыу планы төбәк Башлығының сентябрҙәге указына ла индерелгән. 2024 йылға тиклем республиканың социаль-иҡтисади үҫеше буйынса стратегик йүнәлештәрҙе билдәләгән указды бойомға ашырыу буйынса йылдам эш бара. Хөкүмәт экспортҡа етештерелгән тауар күләмен икеләтә арттырыу, кооперативтар һанын күбәйтеү маҡсатын ҡуйған. Рәсәйҙең Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы республика эшҡыуарҙарына был өлкәлә 74 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәткән.

Эльдар ФӘТТӘХОВ әңгәмәләште.
Автор фотолары.
Читайте нас: