Ашҡаҙар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
3 Март 2020, 14:30

ЙӘНӘ КЕСКӘЙҘӘР ТАУЫШЫ ЯҢҒЫРАП ТОРОР!

Тағы бер балалар баҡсаһы ишектәрен астыМәктәп эргәһендә балалар баҡсаһы асыу тәжрибәһе Стәрлетамаҡта уңышлы бара. Ошо көндәрҙә йәнә әлеге ысул менән капиталь ремонттан һуң 1-се гимназия ҡарамағында «Умка» исемле балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты.

Балалар баҡсаһы ҡатын-ҡыҙҙарға эшкә урынлашырға ярҙам итеү һәм өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү шарттарын яҡшыртыу федераль проектын бойомға ашырыу маҡсатына ярашлы башҡарылған. Әлегә тиклем бина Мәскәүҙең психология-социаль институты филиалы ҡарамағында ине һәм ул капиталь ремонттан һуң балалар баҡсаһына әйләнде.
Быны үҙ һүҙҙәре менән балалар баҡсаһын асыу тантанаһында ҡатнашыусы ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов, уның урынбаҫары Михаил Григорьев, ҡала Советы депутаты Наталья Баринова һәм 1-се гимназия директоры Риф Тажиев та дәлилләп үтте.

– Был бинала 1998 йылға тиклем балалар баҡсаһы булғайны. Әммә ул ваҡытта ниндәйҙер сәбәптәр менән күп кенә балалар баҡсалары биналары башҡа йүнәлештә эшләүсе учреждениеларға тапшырылғайны. Хәҙер бында йәнә кескәйҙәр тауышы яңғырап торасаҡ, – тине Владимир Куликов.
Балалар баҡсаһына экскурсия ла яһалды, әлегә балалар күп түгел, иң кесеһенә – бер йәш тә ике ай. Йәмғеһе балалар баҡсаһы 240 урынға иҫәпләнгән, 12 төркөм ҡаралған. Бында бар талаптар буйынса спорт залы, музыка бүлмәһе йыһазландырылған, шулай уҡ 12 мультимедия проекторы, төркөмдәрҙә ҡом комплекстары, логопед һәм психолог шөғөлләнһен өсөн интерактив өҫтәл, 6 интерактив экран, балалар лабораторияһы, Фребель методикаһы буйынса эшләнгән уйын тупланмалары, «Робот Робик» модулдәре бар. Барыһы ла балаларҙың медицина тикшереүҙәрен үтеп, төркөмдәргә тупланып йөрөй башлауҙарын көтә. Тиҙҙән бында яңы тормош башланасаҡ.

– Бында кескәйҙәр өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар, инглиз, башҡорт телдәрен өйрәнеүҙе күҙаллайбыҙ. Телдәрҙе өйрәнеү йәнәшә барырға тейеш, – тине Риф Тажиев киләсәккә пландары менән бүлешеп.
Иң мөһиме, бында килеүсе ата-әсәләр ҙә шат, яңы бүлмәләр менән танышып, балаларын урынлаштырыу мәшәҡәте менән йөрөй ине улар. Кескәйҙәр артабан да шатлыҡ ҡына килтереп торһон, уларҙың үҙҙәрен дә шатландырыр сәбәптәр күберәк булһын!
Читайте нас: