Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
3 Март 2020, 12:15

«Йөрәк һүҙе» – Еңеү хаҡында!

Стәрлетамаҡ районы Талаҫ ауылы мәктәбендә Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә, Башҡорт теле йылына һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған ҙур байрам – “Йөрәк һүҙе” шиғриәт һөйөүселәр конкурсы үтте.

Районыбыҙҙа был сара беренсе тапҡыр үткәрелде. Сарала Өфөнән килгән ҡунаҡтар – башҡорт журналисы, яҙыусы, “Шоңҡар” йәштәр журналының баш мөхәррире, РФ һәм БР Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов, “Башҡортостан” гәзитенең иҡтисад бүлеге мөдире Венер Айҙар улы Исхаҡов һәм Стәрлетамаҡ районы мәғариф бүлегенең туған телдәр методисы, филология фәндәре кандидаты Илүзә Рәис ҡыҙы Ҡарағолова ҡатнашты.
Конкурс киләсәк быуынға ил, тел ҡәҙере тәрбиәләү, Тыуған илебеҙгә һөйөү, яҡлау, һаҡлау тойғоларын үҫтереү, нәфис һүҙ оҫталығына өйрәтеү маҡсатында ойошторолдо. Шиғриәткә ғашиҡ булған бәйгеселәребеҙҙең йөрәк һүҙҙәре һуғыш йылдарында күрһәткән халҡыбыҙ ҡаһарманлығы, һуғыш еле ҡағылған яҙмыштар, яуҙа ятып ҡалған һалдаттар, тол ҡатындар, атайһыҙ үҫкән балалар, “өс мөйөшлө” хаттар, ил өҫтөнә төшкән ауыр һынау, юғалтыуҙар һәм табыштар, мөхәббәт һәм хыянат, ветерандарыбыҙ яҙмышы һәм оло шатлыҡ – Бөйөк Еңеү темаларына бағышланды. Тамашасылар һәр кемдең сығышын тулҡынланып тыңлап ултырҙы. Шиғырҙар башҡорт, рус һәм татар телдәрендә яңғыраны. Конкурста ҡатнашыусыларҙың сығыштары “Уҡытыусы-уҡыусы”, “Уҡыусы-уҡыусы”, “Ата-әсәй-бала”, “Уҡытыусы”, “Уҡыусы” номинациялары буйынса баһаланды.
Шулай уҡ был бәйгелә ауылыбыҙҙың ағинәйе, уҡытыусы-пенсионер Миңзифа Миңлеяр ҡыҙы Ғәйнуллина ҡатнашты һәм “Тамашасы һөйөүе” призын яуланы. Көслө һынау барҙы бәйгеселәр араһында, ҡатнашыусылар барыһы ла ныҡлы әҙерләнгән, шуға ҡарамаҫтан мәртәбәле жюри ағзалары иң яҡшы шиғыр һөйләүселәрҙе билдәләне.
Барлыҡ килгән ҡунаҡтарға мәктәптә “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә халыҡ-ара диктант яҙыу майҙансыҡтары ойошторолдо. Диктант өс телдә яҙылды. Акцияла ҡатнашыусылар өсөн яҙыусы-публицист, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының сәйәси бүлеге начальнигы урынбаҫары С.Р.Ҡадировтың “Урал бөркөтө” әҫәренән өҙөк тәҡдим ителде.
“Йөрәк һүҙе” шиғриәт һөйөүселәр конкурсы үҙе бер оло рухи байрамға әйләнде, ата-әсәйҙәрҙең, уҡытыусыларҙың һәм балаларҙың күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары салына ине. Был беренсе тапҡыр ғына үткәрелгән сараның, тимәк, дауамы булыр тип ышанғы килә. Ҡатнашҡан барлыҡ бәйгеселәребеҙгә, матди һәм әхлаҡи ярҙам күрһәткән милләттәштәребеҙгә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Раушания СОЛТАНОВА,
Талаҫ урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: