Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
3 Март 2020, 15:30

ЙЫЛЫ ҠОЙМАҠТАЙ ҠОЯШ КӨТӘБЕҘ

Бешеп сыҡҡан ҡоймаҡ шундай тәмле инде. Табанан сығып торған һәр береһе “йылп” итеп кенә ҡала торған. Стәрлетамаҡта ҡышты оҙатыу ҙа ошондай тәьҫораттар менән иҫтә ҡалды.

Ҡаланың 3-сө дауаханаһы эргәһендәге пикник яланындағы “Ҡоймаҡ байрамы” бик күп халыҡты йыйҙы. Олоһо ла кесеһе лә ҡышҡы уйындар уйнап ҡышты оҙатты һәм ҡарасҡыны яндырып яҙ килеүгә ишара яһаны.
Бындай йола тәү ҡарамаҡҡа беҙҙең мөхит өсөн ят һымаҡ. Әммә белгестәр әйтеүенсә, ул әле мәжүсилектән килә. Борон халыҡ ҡышты шулай оҙатыр булған.
Читайте нас: