Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
10 Март 2020, 20:20

Радий Хәбиров шифаханаларҙы һәм курорттарҙы үҫтереү буйынса эш төркөмөн булдырҙы

Радий Хәбиров шифахана-курорт ойошмаларын үҫтереү буйынса эш төркөмөн булдырыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был турала ул хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Эш төркөмө етәксеһе – республика башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәширов.

«Ни өсөн быны эшләйбеҙ? Башҡортостан шифаханалары – ҡеүәтле һауыҡтырыу учреждениелары комплексы, илдә иң мөһимдәренең береһе. Хәлде тикшергәс, республиканың рекреацион ҡеүәтенә дәүләт идараһын юғалта барыуыбыҙҙы аңланыҡ, — тине республика етәксеһе. — Шөғөлләнергә кәрәк булған төп проблема: күптәр барырға теләй, ләкин юлламаларҙың ҡиммәтлеге кешеләргә тейешенсә дауаланырға мөмкинлек бирмәй. Юллама хаҡын түләй алмаған кешеләр һауыҡтырыу хеҙмәттәре менән файҙалана алһын өсөн махсус механизм уйларға кәрәк», — тип йөкләмә бирҙе Радий Хәбиров эш төркөмөнә.
Билдәле булыуынса, төркөм, юлламалар һатыуҙы һәм хаҡ ҡуйыуҙы контролдә тотоп, аҙна һайын эшләргә тейеш.
Башинформ.
Читайте нас: