Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
12 Март 2020, 18:30

Башҡортостанда Шәйехзада Бабичтың 125 йыллығына шиғри бәйге иғлан ителде

Башҡортостанда Башҡорт теле йылына һәм күренекле башҡорт шағиры, дәүләт эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған «Бабич вариҫтары» асыҡ республика конкурс-семинары иғлан ителде.

Конкурстың маҡсаты һәм бурысы – башҡорт телендә шиғри әҫәрҙәр яҙған йәш таланттарҙы асыҡлау; киң ҡатлам уҡыусыларҙы нәфис һүҙгә ылыҡтырыу; ҡатнашыусыларға үҙҙәренең шиғырҙары менән халыҡ алдында сығыш яһау мөмкинлеге биреү; күренекле башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың шиғри мираҫын пропагандалау; художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыуға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу.
Конкурс ике этапта үткәрелә. Беренсе этап — ситтән тороп, унда теләгән һәр кем ҡатнашырға мөмкин. Бының өсөн үҙең ижад иткән шиғырыңды [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.
Беренсе этап йомғаҡтары буйынса жюри икенсе этап өсөн иң яҡшы 24 авторҙы һайлай, лайктар һанына ҡарап тамашасылар һөйөүе призын алыусы билдәләнә.
Конкурстың икенсе этабы Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында уҙғарыла. Әлеге турға үткәндәр сәхнәлә тамашасылар һәм жюри алдында сығыш яһай. Шулай уҡ семинар, оҫталыҡ дәрестәре була.
Икенсе этап йомғаҡтары буйынса жюри призлы урындарҙы билдәләй. Конкурс еңеүселәренә һәм лауреаттарына ҡиммәтле бүләктәр һәм махсус дипломдар тапшырыла.
Конкурсты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты, «Башҡорт телен ҡәҙерләйек», «Бабич Шәйехзада Мөхәмәтзәкир улы» төркөмдәре.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров шағир, сәйәси эшмәкәр Шәйехзада Мөхәмәтзәкир улы Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуҙы билдәләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Юбилей саралары 2020 йылда ойошторола.
Башинформ.
Читайте нас в