Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
12 Март 2020, 13:15
Радий Хәбиров Өфөлә Рәсәй нефть-газ химияһы форумын үткәрергә бойороҡ бирҙе
26-29 майҙа Өфөлә Рәсәй нефть-газ химияһы форумы һәм XXVIII «Газ. Нефть. Технологиялар» халыҡ-ара махсуслашҡан күргәҙмәһе уҙғарыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Документта
билдәләнеүенсә, форум һәм күргәҙмә «Башҡортостан иҡтисадының төп тармаҡтарының инновациялы үҫеше өсөн илебеҙ ҡеүәтен файҙаланыу һәм технологик интеграцияға булышлыҡ итеү» өсөн ойошторола.
Мәҫәлән, былтыр Башҡортостанға Рәсәй нефть-газ химияһы форумына һәм «Газ. Нефть. Технологиялар» күргәҙмәһенә илдең 37 төбәгенән һәм 10 сит илдән 350-нән ашыу компания вәкилдәре килде.
2019 йылда уҙған
форумда Радий Хәбиров
Башҡортостандың нефть-газ химияһы тармағын артабан үҫтереү буйынса пландары ҙур булыуын билдәләне. Яғыулыҡ-энергетика комплексы элеккесә ил иҡтисадының мөһим өлөшө, Башҡортостан сәнәғәтенең нигеҙе булып ҡала.
Республикала нефть тармағының бөтә етештереү циклы күрһәтелгән, фундаменталь һәм тармаҡ фәне тупланған. Бөгөнгә территориаль нефть-химия кластеры 200-ҙән ашыу предприятие-ойошманы берләштерә.
Башинформ.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?