Эшҡыуарлыҡ өлкәһе республиканың күп тармаҡтарына йоғонто яһай. Шуға ла эшҡыуарҙар һәм инвестициялар өсөн яуаплы вәкилдәр менән һөйләшеүгә Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Андрей Назаров, Башҡортостан Республикаһы прокуроры Владимир Ведерников, БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова ла килде.
– Бизнес-шерифтар институтын булдырыу идеяһы буш урында барлыҡҡа килмәне, ул бизнесҡа ярҙам итергә тейеш. Әлбиттә, элекке йылдар менән сағыштырғанда, эшҡыуарлыҡҡа инвестициялар артты, ләкин бизнес-шерифтар араһында үҙ бурыстарын аңлап етмәүселәр ҙә бар. Бөгөнгө осрашыуға һеҙҙе тәнҡитләргә килмәнем, бергәләп һөйләшеп, һығымталар яһап, аңлашылмаған урындарҙы хәл итергә кәрәк, – тине Радий Фәрит улы һөйләшеүҙе башлап.
Ысынлап та, һөйләшергә урын бар. Андрей Назаров әлегә тиклем эшләнгән эшкә анализ яһап, ҡайһы бер райондарҙа бизнес-шерифтар үҙ эшенә илке-һалҡы ҡарай, тип билдәләп китте. Бында “тик эшҡыуарлыҡ эштәре менән генә шөғөлләнеүсе кеше кәрәк” тигән мәғәнә һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Шул уҡ ваҡытта, бизнес-шериф аңлатмалар, консультациялар биреү кимәленә лә төшөргә тейеш түгел.
– Шәхсән эшҡыуарҙарҙы, инвесторҙарҙы йәлеп иткәндә ныҡышмал булырға тырышам, улар менән һәр ваҡыт бәйләнештә булырға кәрәк. Мәҫәлән, көтмәгәндә бюрократик ҡатмарлыҡ килеп сығыуы бар, беҙ тап ошо мәлдә ярҙам итергә тейеш. Ошо тәңгәлдә күңелһеҙ осраҡтар ҙа бар: эшҡыуарҙарға урынһыҙ штрафтар менән янап, тикшереү ойоштороп, уларҙың эштәренә ҡамасаулағандар етерлек. Тап ошондай мәлдә лә бизнес-шериф яҡлаша, закондар буйынса аңлатмалар яһай, – тип өҫтәне Радий Хәбиров.
Үҙ эше менән көн күреүселәрҙе штрафтар менән эштәрен ябыу сигенә еткергән осраҡтар ҙа булған икән. Миҫал итеп Өфө ҡалаһының Калинин урамындағы бөҙрәхәналарҙың береһе килте-релде. Унда тикшереүселәр 11 тапҡыр барып, штраф һалып киткән. Баҡтиһаң, шәхси эшҡыуар ҡатындың иңендә дүрт балаһы һәм ауырыу ире, ул ғаиләнең төп килем килтереүсеһе булған. Штрафтарҙың хаҡы, әлбиттә, эшҡыуарҙың кеҫәһенә арыу “һуҡҡан”, ә тикшереүсе органдарҙың был тиклем йыш килеп (пландан тыш) тикшерергә хоҡуғы булмаған.
Әлбиттә, ваҡыт үтеү менән эш алымдары ла үҙгәрә. Элек инвестициялар һалып, эш барышын күҙәтеп кенә барыусылар булһа, хәҙер күберәк аҡсаларын үҙ эшенә һалыусылар ишәйә. Әммә эшҡыуарлыҡ өлкәһенә инергә ашыҡмаған, аҡсаларын янда тотоп тороусылар ҙа бар, уларҙы иһә яңы алымдар менән йәлеп итергә тәҡдим яһалды. Мәҫәлән, бизнес-шерифтар инвесторҙарға әҙер эштәр тәҡдим итергә кәрәк, тигән фекер белдерҙе.
Бизнес-шерифтар үҙҙәрен борсоған һорауҙарын да бирҙе. Мәҫәлән, сит өлкәләрҙә теркәлгән эшҡыуарҙарҙы республикабыҙҙа теркәп, һалымдарҙы үҙебеҙҙә ҡалдырыу өсөн, һалым системаһында махсус рәүештә ташламалар яһарға йәки ҙур компаниялар өсөн һалым органында айырым бүлмәләр булдырыу мөмкинлектәре тураһында әйтелде. Тендерҙарҙа, дәүләт заказдарында республика эшҡыуарҙарына өҫтөнлөк биреү ҙә ҡаралды.
Һорауҙарға асыҡлыҡ индереп, Радий Хәбиров быйыл Эстетика йылында ихаталарҙы төҙөкләндереү, спорт һәм уйын майҙансыҡтарын булдырыу өсөн тендерҙарҙа ҙур финанс бүленәсәге тураһында әйтте. Был йәһәттән үҙебеҙҙәге эшҡыуарҙарға майҙансыҡтар һәм спорт ҡорамалдары, резина түшәмдәр, бәләкәй архитектур формалар яһау кеүек эштәр башҡарыу, етештереү берәмектәре асып, аҡсаларҙы республикабыҙҙа ҡалдырыу мөмкинлеге тураһында һөйләне.
Сарала ҡатнашыусылар ер һәм милек ресурстары менән уңышлы ҡулланыу, легаль булмаған эшҡыуарлыҡ менән көрәш, бизнесты үҫтереү буйынса һөҙөмтәләр, эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү һәм төрлө маҡсатлы программалар буйынса мәғлүмәт еткереүҙең әһәмиәте тураһында ла фекер алышты. Был осрашыу ике яҡ өсөн дә тик файҙаға ғына булыуын һәм республикала бизнестың артабан да үҫеүен теләргә генә ҡала.
Фото “investrb.ru” сайтынан алынды.