Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
19 Март 2020, 20:30

Башҡортостанда спектакль һәм концерттарҙы интернетта ҡарарға мөмкин

#коронавирусКоронавирус таралыуҙы сикләү өсөн мәҙәниәт ойошмалары яңы эш тәртибенә күсә. Ҡайһы бер тамашалар үткәрелмәй, йәки икенсе ваҡытҡа күсерелә.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры тамашасылар өсөн ябыҡ була, ә спектаклдәр интернетта онлайн – театрҙың YouTube каналында күрһәтелә.
Башҡорт дәүләт драма театры, Милли йәштәр театры, Рус дәүләт драма театры, Өфө “Нур” татар дәүләт театры, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында спектаклдәр афишаға ярашлы күрһәтелә. Ҡайһы бер тамашаларҙы интернетта ҡарарға мөмкин. Башҡорт дәүләт филармонияһында “Алһыу ҡаплан” халыҡ-ара джаз фестивале ойошторолмай, ә концерттар афишаға ярашлы үткәрелә. Проекттарҙы шулай уҡ онлайн ҡарарға мөмкин.
БСТ.
Читайте нас: