Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
19 Март 2020, 14:00

«Өфө» аэропортынан һигеҙ илгә тура рейстар туҡтатылды

18 мартта «Өфө» аэропорты туҡтатылған халыҡ-ара рейстар тураһында мәғлүмәтте яңыртты.

Ҡарар яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе янауы сәбәпле һаҡлыҡ сараһы булараҡ ҡабул ителде. Бөтә осраҡтарҙа ла баш ҡаланың һауа ҡапҡаһы белгестәре аҡсаны ҡайтарыу буйынса авиакомпанияларға йәки билет һатып алған урындарға мөрәжәғәт итергә кәңәш бирә.
Түбәндәге рейстар туҡтатылды:
3 апрелдән 24-енә тиклем — Red Wings авиакомпанияһының Анталья-Өфө-Анталья рейсы;
19 марттан 30 апрелгә хәтлем — Buta Airways авиакомпанияһының Өфө-Баҡы-Өфө рейсы;
18 марттан 1 апрелгә тиклем — «Узбекистон хаво йуллари» авиакомпанияһының Өфө-Ташкент-Өфө рейсы;
20 марттан 24 апрелгә хәтлем — NordStar авиакомпанияһының Өфө-Баҡы-Өфө рейсы;
19 марттан 29 апрелгә тиклем — «Урал һауа юлдары» авиакомпанияһының Өфө-Дүшәнбе-Өфө рейсы;
30 марттан 28 майға хәтлем — «Азимут» авиакомпанияһының Өфө-Ереван-Өфө рейсы;
30 ғинуарҙан 28 майға тиклем — «Ай Флай» авиакомпанияһының Өфө-Санья рейсы;
19 марттан — «Азур эйр» авиакомпанияһының, ә 21 марттан «Роял Флайт» авиакомпанияһының Өфө-Гоа рейсы;
20 марттан 29 майға тиклем — «Ютэйр» авиакомпанияһының Өфө-Вена рейсы.
Башинформ.
Читайте нас: