Был турала республика мәғариф министры Айбулат Хажин белдерҙе. Уҡыусылар ял иткәндә, уҡытыусылар электрон ҡорамалды файҙаланыу буйынса квалификацияны күтәреү курстарын үтергә тейеш.
«Ата-әсәләре һәм законлы вәкилдәре баланы өйҙә ҡалдырыу мөмкинлеге булмаған уҡыусылар өсөн мәктәптәрҙә 15 кешенән артмаған махсус төркөмдәр ойошторола», — тине мәғариф министры.
Айбулат Хажин һүҙҙәренсә, уҡыусылар программанан артта ҡалмай, шуға күрә бер кем дә программаны йәйгә оҙайтырға йыйынмай.
Республикала балалар баҡсалары карантинға ябылмай. Ләкин ата-әсәләр өсөн сикләүҙәр индерелә: оҙатып килгәндәрҙе мәктәпкәсә белем биреү бинаһына индермәйҙәр, баланы инә торған ерҙә тапшырырға кәрәк. Шулай уҡ һәр сабыйҙың температураһын тикшерәләр. Балалар баҡсаларында көн һайын дезинфекция үткәрәләр.
Бынан тыш, министрлыҡта йәйге лагерҙарҙың каникулда балаларҙы ҡабул итергә әҙерләнеүен, ғаризалар ҡабул ителеүен белдерҙеләр.
19 марттан Башҡортостан Мәғариф министрлығының коронавирус инфекцияһы буйынса хәлде асыҡлау өсөн «ҡыҙыу бәйләнеш»е асыла. Телефон: +7 (347) 292-11-52. Ул эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй.