Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
25 Март 2020, 16:00

Башҡортостан башлығы Мәжит Ғафуриҙың 140 йыллығын билдәләү тураһында указ сығарҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 2020 йылда халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың 140 йыллығын байрам итеү тураһында указ сығарҙы.

Указға ярашлы ойоштороу комитеты булдырыла, уға сараларҙы уҙғарыу планын әҙерләү бурысы йөкмәтелә.
Республикала район, Өфө урамы һәм паркы, Башҡорт академия драма театры башҡорт һәм татар әҙәбиәте классигының исемен йөрөтә, театр алдында әҙәбиәтсе һәм драматургтың һәйкәле тора.
Мәжит Ғафуриҙың тормошо һәм ижады хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте бында уҡырға мөмкин.
Башинформ.
Читайте нас в