Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
25 Март 2020, 23:07

Ирек Зарипов парламентта яңы вазифаға тәғәйенләнде

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ирек Зариповҡа парламентта яңы эш урыны тәҡдим иткәндәр. Ул Белорет районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнгән Андрей Иванютаның урынына Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

- Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары пленар ултырышта ошондай ҡарар ҡабул итте. Ирек Айрат улы – Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған спорт мастеры, дүрт тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы. Был йүнәлештәге белемен һәм депутат тәжрибәһен тулы ҡеүәттә файҙаланыр, тип уйлайым, – тине парламент етәксеһе Константин Толкачев.
Ирек Зарипов быға тиклем парламенттың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитетында ошондай уҡ вазифала эшләне.
Фото: bashkortostan.er.ru
Рәмилә Мусина.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: