Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
31 Март 2020, 15:28

БАШҠОРТОСТАНДА РӘСӘЙ ПОЧТАҺЫ МАХСУС РЕЖИМДА ЭШЛӘЙӘСӘК

Рәсәй Почтаһы етәкселеге почта бүлексәләре 30 марттан 3 апрелгә тиклем махус режимда эшләйәсәге тураһында хәбәр итте. Үҙгәрештәр почта хеҙмәткәрҙәре һәм хеҙмәтләндереү алырға килеүселәргә вирус йоҡтормаҫ өсөн эшләнә. Дүшәмбенән башлап 1-се апрелгә тиклем Рәсәй Почтаһы бүлексәләренә клиенттар инә алмаясаҡ.

Почта бүлексәләренә инеү ябылһа ла, хаттарҙы сортировкалау, посылкалар, социаль түләүҙәр, пенсиялар ҡәҙимгесә тапшырыласаҡ. Икенсе һәм өсөнсө апрель почта ҡуйылған график буйынса эшләйәсәк. Пенсия һәм пособиелар ғәҙәти режим буйынса адресаттарға тапшырыласаҡ. Әлеге мәлдә посылкаларҙы һаҡлау ваҡытын 30 тәүлектән 60 тәүлеккә тиклем оҙайтыу өсөн Рәсәй Хөкүмәте менән һөйләшеү ойошторолған. Был граждандарға посылкаларҙы коронавирус ауырыуының көслө ваҡытын өйҙә үткәреп, һуңынан хәүефһеҙ ваҡытта барып алырға мөмкинселек бирергә тейеш.
Рәсәй Почтаһы туҡтауһыҙ эшләүсе предприятиелар иҫәбенә инә. Компания үҙ эшен туҡтатырға хоҡуғы юҡ. Бөгөнгө көндә хеҙмәттең иң төп маҡсаты хеҙмәтләндереүҙе коронавирус мөхитендә ҡулайлаштырыу. Рәсәй Почтаһы клиенттарҙы мөмкин тиклем һанлы сервистар менән ҡулланырға һәм хеҙмәтләндереүҙәрҙе өйҙән алыуҙы һорай. Бында пенсия түләүҙәрен, социаль пособиелар, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙе ҡабул итеү, посылкалар һәм хаттар алып барыу инә.
Читайте нас: