Тегенселәр тығыҙ йөйҙәр яһап, полипропилен туҡыманан һаҡлаусы костюм әҙерләй. Быға тиклем цехта модалы сағыу күлдәктәр етештерелһә, хәҙер хеҙмәткәрҙәр һыуҙы, зарарлы матдәләрҙе үткәрмәй торған махсус кейемдәр өҫтөндә эшләй.
Әҙер комбинезондар етди тикшереү үтә, молния, барлыҡ йөйҙәрҙең сифаты ҡарала. Көнөнә ике йөҙгә яҡын һаҡлаусы костюм етештерелә. Эш режимы - ун бер сәғәт. Коллективта 35 оҫта, һәр ҡайһыһы производствола айырым этап өсөн яуаплы.
Кемдер элмәк ҡуя, икенселәр капюшон, еңдәр тегә. Технологик этаптар күп. Еп ҡалын, йөйҙәр араһында тишектәр ҡалдырмайбыҙ. Был костюмда бер ниндәй ҙә вирус ҡурҡыныс түгел. Нелли Егорова, тегенсе
Хеҙмәткәрҙәр эшкә етди ҡарай, тегеү фабрикаһына һаҡлаусы костюмдар етештереүгә заказ Башҡортостандың сәнәғәт һәм энергетика министрлығынан килгән. Комбинезон бер тапҡыр файҙаланыуға иҫәпләнгән. Полипропилен материалдың өҫтөнлөктәре күп. Был костюмдар менән медицина өлкәһендә эшләүселәр, биналарҙы махсус химик матдәләр менән таҙартыусы хеҙмәткәрҙәр тәьмин ителәсәк.
Сәнәғәт министрлығы предприятиены сеймал менән тәьмин итте. Башта беҙ ведомствоға өлгө булараҡ костюм тегеп күрһәттек. Әлегә пилот партия – йөҙ комбинезонды сертификат алыуға ебәрҙек. Илшат Сәфиуллин, предприятиеның коммерция директоры
Предприятие хеҙмәткәрҙәре һаҡлаусы костюмдарҙан тыш, дәүләт стандарттарына ярашлы битлектәр ҙә етештерә. Тәүлегенә бында ике мең ярым медицина изделиеһы әҙерләнә. Әммә цех етәкселеге билдәләүенсә, был йүнәлештә эш туҡтатылыуы ихтимал, сөнки баҙарҙа марляға ҡытлыҡ һиҙелә. Шул уҡ ваҡытта тегенселәр һанын ике тапҡырға арттырыу ҡаралған. Өфө ҡалаһына туғыҙ мең битлек тегеүгә заказ килгән.