Уҙған тәүлектә республикала коронавирус йоҡтороуҙың 42 яңы осрағы асыҡланған.
191 сирленән туғыҙ кеше һауығып сыҡҡан, бишәүһе үлгән.
Стопкоронавирус.рф порталында хәбәр ителеүенсә, Рәсәйҙә бөгөн 27 938 ауырыу иҫәпләнә, уларҙың 2304-е һауыҡҡан, 232-һе вафат булған.
Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙә бөтәһе 3448 яңы осраҡ раҫланған, 34 үлем осрағы теркәлгән. Тәүлек эсендә илдә 318 кеше тулыһынса һауыҡҡан.