Ашҡаҙар
+16 °С
Дождь
Республика һулышы
23 Апреля 2020, 07:10

БРЕСТЫ ҺАҠЛАП ҠАЛҒАН ҺУҢҒЫ ҺАЛДАТ

Ваҡыт ҡануны шулай ҡоролған, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һирәгәйә. Арабыҙҙа “тере тарих” булып йөрөгәндәре лә инде ныҡ өлкән йәштә. Күптән түгел Брест ҡәлғәһен обороналауҙа ҡатнашҡан һалдаттарҙан бөгөнгө көндә иҫән ҡалған һуңғы ветеран Ришат Сәлих улы ИСМӘҒИЛЕВҡа ла 100 йәш тулды.

“Ул Өфөлә йәшәй, күңеле көр, аралашырға ярата. Уның тәнендә әле лә фашист бомбаһының ярсыҡтары бар. Ветерандың яҡташтары Байгилде урта мәктәбенә Ришат Исмәғлиев исемен биреүҙе, ә Кушнаренко һөнәрселек колледжына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыуҙы һорай. Быны үтәргә кәрәк”, - тип яҙған Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә. “Беҙгә тап ошондай кешеләрҙән өлгө алырға, уларҙан ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға өйрәнергә кәрәк”, - тигән Башҡортостан Башлығы.
Ришат Исмәғилев Нуриман районы Нимисләр ауылында тыуған. Кушнаренко педагогия училищеһын, Башҡортостан уҡытыусылар институтын тамамлай. Благовар районында хеҙмәт юлын башлай. 1940 йылдың 15 октябрендә Ҡыҙыл Армия сафына алына. Армиянан фронтҡа ебәрәләр. Брест ҡәлғәһендә элемтәселәр ротаһында радист була. Һуғыштан ҡайтҡас ул оҙаҡ йылдар Нуриман районы Байгилде урта мәктәбе директоры булып эшләй. Был белем усағы республикала данлыҡлы мәктәптәрҙең береһе һанала. Ришат Исмәғилев һымаҡ ветерандарыбыҙ менән беҙ сикһеҙ ғорурланабыҙ. Улар йәш быуын өсөн мәңгелек өлгө булып тора.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото социаль селтәрҙәрҙән алынды.
Читайте нас