Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
23 Апрель 2020, 16:10

Республикала эшһеҙҙәр һаны 50 меңгә етеүе мөмкин

Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны 50 меңгә етеүе мөмкин.

Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса советтың онлайн-ултырышында республика вице-премьеры – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ошо хаҡта белдерҙе.
Әле Башҡортостанда 17 мең эшһеҙ теркәлгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, эшһеҙ ҡалған кешеләргә арттырылған пособие ҡаралған. Республикала уның суммаһы – 13 949,5 һум. 9 апрелдән илдә «Рәсәйҙә эш» порталы аша эшһеҙҙәрҙе теркәүҙең ваҡытлыса ҡағиҙәләре ғәмәлгә индерелде.
Башинформ.
Читайте нас