Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
8 Май 2020, 12:20

ЕҢЕҮ ЯҘҘАРЫБЫҘ ДАУАМЛЫ БУЛҺЫН!

Бөйөк Еңеү байрамын ҡаршылаған көндәрҙә йәнә лә бер яугир яҡташыбыҙ менән таныштырып үтмәксебеҙ. Стәрлетамаҡ районы Алға ауылы егете Ибраһим ХӨСӘЙЕНОВ фронтҡа алынғанда уға ни бары 18 генә йәш була. 1943 йылда була был хәл. Украинаны азат иткәндә һалдат ҡаты яралана: мина ярсығы инеп, күҙһеҙ ҡала, ҡулы йәрәхәтләнә.

Ибраһим Нурислам улы һуғыштан һуң ҡатыны Рәшиҙә менән Төркмәнстанда төпләнә. Унда мамыҡ базаһында утыҙ йыл бухгалтер булып эшләй, ун һигеҙ йыл келәт мөдире була. Өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Ҡатыны үлгәс, Нурислам Хөсәйенов 2003 йылда Стәрлетамаҡҡа күсеп ҡайта. Ветеран әлеге ваҡытта бер үҙе көн итә. Үҙегеҙ беләһегеҙ, бындай ваҡытта бер кемдең дә өйөнә барып йөрөп булмай, телефондан ғына һөйләшеп, хәлдәрен һорашырға тура килде. Бабай насар ишетә, шуға күрә ентекләп һорашып булманы. Бабайҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, балалары барыһы ла ситтә: ҡыҙҙары Мәликә Мәскәүҙә йәшәй, улдары Морат менән Закир ҙа Мәскәүҙән алыҫ түгел донъя көтә икән. Илебеҙҙе яуыз дошмандан азат итеп, беҙҙең бәхетле киләсәк өсөн утты-һыуҙы кисеп, тән һәм йән яралары алған яугир ветерандарыбыҙ сафы көндән-көн һирәгәйә бара. Улар тәнендә һулҡылдап һыҙлаған яралар, яу яланында ятып ҡалған һалдаттарҙың иңрәүен хәтерләтеп, дәһшәтле яуҙы иҫкә төшөрөп тора. Мәңгелек дан һеҙгә, совет һалдаттары! Һеҙ яулаған Бөйөк Еңеү яҙҙарын йыл да ҙур шатлыҡтар менән ҡаршыларға яҙһын!
Тамара АНДРЕЕВА фотоһы.
Читайте нас