Ашҡаҙар
+11 °С
Облачно

Ғорурланыр кешем ул – минең олатайым!

Мөхәммәт ЮЛТИМЕРОВ еңел булмаған тормош юлы үткән.Ул 1923 йылдың 14 сентябрендә Ейәнсура районы Айыу ауылында тыуған. Минең олатайымдың атаһы мулла булған һәм балаларға белем биргән, ул ауылда хөрмәтле кеше булған, ә әсәйемдең әсәһе кешеләрҙе дауалаған. Шуғалыр беҙ бөтәбеҙ ҙә уҡытыусы һәм табип һөнәрен һайлағанбыҙҙыр.

Бәләкәй саҡтан ҡартатайым һәм уның апайҙары яҡшы тәрбиә алған, уларҙы ғәҙеллекте, дөрөҫлөктө яҡларға, ололарҙы ололарға, ата-әсәйҙәрҙең һүҙен тоторға өйрәткәндәр. 1929 йылда ғаиләһе колхозға инә. Улар, ең һыҙғанып, колхозға тоғро хеҙмәт итә. Ләкин 1930 йылда, тырышлыҡтарына ҡарамаҫтан, уларҙы һөргөнгә ебәрәләр. Бының сәбәбе – ҡарт олатайымдың мулла булыуында, әлбиттә.
Өлкән ҡыҙҙарын кейәүгә биреп, һөргөндән ҡотҡарып ҡалалар. Ә ҡалғандар алты йыл буйына бөтә ауырлыҡты-кәмһетеүҙе, аслыҡты, юҡлыҡты үҙ өҫтөндә кисерә. Бәләкәй саҡта олатайым бер генә лә бирешмәй. шунда, Көнбайыш Себерҙә, 1-се класҡа уҡырға төшә. Ләкин атай кешегә һәм балаларға ауыр ҡайғы килә – ауыр эштән, аслыҡтан йонсоған ҡарт өләсәйем вафат була... ҡарт ҡартатайым еңел булмаған ҡарарға килә. Ауыл ситендәге мунсаны һатып ала ла, өй эшләйем тигән булып, унан һал төҙөй. Бер ҡараңғы төндә, өс балаһын алып, һал менән Обь йылғаһы буйлап ҡасалар. Тик төндә генә йөҙәләр. Уларға шул тиклем ауыр була. Бер яҡтан, серекәйҙәр талай, икенсе яҡтан, һыуыҡ, аслыҡ... Был турала мин инәйем аша ишеттем.
Бәхеткә күрә, 1936 йылда ғаилә тыуған ауылына ҡайтып етә. ҡартатайым уҡыуын дауам итә. Ул һәр ваҡыт белем алыу теләге менән йәшәй. Тик... һуғыш башлана. Бөтәһе лә Тыуған илде һаҡларға, һуғышҡа барырға теләк белдерә. ҡартатайым да ситтә ҡалмай. 1942 йылдың башында уны Совет Армияһы сафына алалар. Ул минометсы булып, Волхов фронтына һуғышҡа китә. 1942 йылдың 2 ноябрендә ҡаты яралана. Алты ай госпиталдә дауалана. Унан һуң элемтәсе булып, беренсе Белоруссия фронтында алыша. Белоруссия, Польша ерҙәре аша үтә. Һуғышты Берлинда ҡаршылай.
Тик шунда уҡ ҡайтырға насип булмай.1944 йылдың июненән 1948 йылға тиклем сик буйын һаҡлай. 1948 йылдың 18 февралендә демобилизациялана Мөхәммәт Мисбах улы. Тыуған йортона 1948 йылдың 2 мартында ҡайтып инә. Олатайым “Хәрби күрһәткестәре”, ”Еңеү өсөн”, “Кенигсбергты алған өсөн” һәм бик күп юбилей миҙалдары һәм ордендары менән бүләкләнгән. Тиҫтәнән ашыу рәхмәт хаттары бар. Ул үҙенең атаһы кеүек уҡытыусы булырға тигән хыялын бер ҡасан да онотмай. Ырымбур педагогия институтын тик “бишкә” генә тамамлап, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәренә эйә була. Бөтә ғүмерен үҙенең яратҡан эшенә бағышлай, хеҙмәт стажы – 40 йыл!
Үҙемде белгәндән хәтерләйем, уның киң, иркен өйөндә һәр саҡ китап булыр ине. Классик әҫәрҙәр, методик ҡулланмалар, гәзит-журналдар... Улар ҙур кәштә, шкафтарҙа һаҡлана, улар бөтә ерҙә лә ине... Күп йылдар Мөхәммәт Мисбах улы мәктәп директоры булып эшләне. “Өлкән уҡытыусы”, “Уҡытыусы-методист”, “Халыҡ мәғарифы отличнигы” исемдәренә лайыҡ булды. Күп изге эштәр эшләп, үҙенән һуң яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы. Йөҙәрләгән уҡыусылары уның дәрестәрен рәхмәт һүҙҙәре менән хәтерләй. Бына шундай яҡты эҙ ҡалдыра минең олатайым, уның менән нисек ғорурланмаҫҡа!
Гөлсинә ДҮШӘНБАЕВА. Фото ғаилә архивынан алынды.
Читайте нас