Һуғышҡа Дыуан районы Аяз ауылынан киткән ул. Дошмандың утлы нөктәләрен асыҡлау, немец ғәскәрҙәренең һәм техникаһының ҡайҙа күпләп тороуын билдәләү маҡсатында уларҙың тылына ла йыш ҡына үтеп ингән был ҡыйыу разведчик. Беренсе Белоруссия фронты составында Берлинға тиклем барып еткән. Варшаваны, Одерҙы, ратушаны алыуҙа ҡатнашҡан. Ә инде Берлинды алған ваҡытта һәр йорт, уның һәр ҡаты өсөн аяуһыҙ алыш барған. Еңеүҙе лә Берлинда ҡаршылаған ул. “шул тиклем йәшәге килә ине. Бигерәк тә һуғыш бөткәндә үлге килмәй. Еңеү хаҡында ишеткәс, тере ҡалыуыбыҙға оҙаҡ ҡына ышанмай торҙоҡ”, – тип хәтерләй ул көндәрҙе фронтовик.
Һуғыштан һуң тағы ла биш йыл тергеҙеү эштәрендә ҡатнаша ул һәм тыуған яҡтарына бары тик 1950 йылдың авгусында ғына ҡайтып төшә. Оҙаҡ йылдар етәкселек эштәрен башҡара. Урман хужалығы директоры булып эшләй. Сирек быуаттан ашыу депутат була. ҡатыны менән ике ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр. 1986 йылдан бирле Стәрлетамаҡта йәшәй ветеран. Бында ул ҡатыны менән Стәрлетамаҡта йәшәгән ҡыҙына күсенеп килгән булған. Үкенескә ҡаршы, 2015 йылда – ҡатыны, ә 2017 йылда ҡыҙы вафат булған. Өлкән йәштәге ветеран, һуҡыр ҡалыуына ҡарамаҫтан, үҙ зиһенендә йәш әхирәте булышлығында тормоштан йәм табып йәшәп ята. Күңеле көр күренә уның. шулай булырға тейеш тә. Сөнки Петр Трофимович Естехин һымаҡ ил ҡаһармандары килтергән Бөйөк Еңеү көнө, бер нәмәгә ҡарамай, юғары рухта үтергә тейеш!