Ашҡаҙар
+27 °С
Болотло
Республика һулышы
13 Май 2020, 10:35
Башҡортостанда үҙмәшғүлдәргә эшләргә рөхсәт бирелде
12 майҙан Башҡортостанда үҙмәшғүлдәргә йәнә эшләргә рөхсәт ителә, тип хәбәр итте Радий Хәбиров республика хөкүмәтендәге кәңәшмәлә.
«Барлыҡ санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе һәм нормаларҙы үтәгән осраҡта, махсус һалым режимы булған үҙмәшғүл граждандарға эшләргә рөхсәт бирәбеҙ», — тип белдерҙе ул.
Үҙ эшмәкәрлегендә ялланма хеҙмәт йәлеп итмәгән һәм «Һөнәри килемгә һалым» махсус һалым режимын ҡулланған физик берәмектәрҙе һәм шәхси эшҡыуарҙарҙы үҙмәшғүлдәр тип атайҙар.
«Башинформ»
хәбәр иткәнсә
, республикала «Юғары әҙерлек» режимы һаҡлана, шулай уҡ изоляция режимы тулыһынса бөтөрөлмәй.
Башинформ.
Читайте нас