Ул “Аҡсарлаҡ” (“Чайка”), «Арыҫлан Мөбәрәков» һәм «Башҡортостан» теплоходтарын ҡарап сыҡты һәм предприятиеның милек комплексын оптималләштереү буйынса проект менән танышты.
Бынан алдағы визитында 20 февралдә Радий Хәбиров «Чайка» теплоходын ремонтлауҙы тамамларға ҡушҡайны. 1 майҙан судно йөрөү миҙгеле асылырға тейеш ине. Был пландарға ҡатмарлы эпидемиологик хәл ҡамасауланы.
- Ниһайәт, беҙ осо ҡырыйы-булмаған милекселәрҙең алмашыныуына, банкротлыҡтарға, арбитраж идарасыларға нөктә ҡуйҙыҡ. Был тарихты беҙ июнь урталарына тамам ябасаҡбыҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров. – Тәртип урынлаштырасаҡбыҙ: пассажирҙар флотын яңынан тергеҙәбеҙ, персонал туплайбыҙ, көслө етәксе табабыҙ. Үкенескә ҡаршы, әлегә яңы суднолар һатып алырға мөмкинселегебеҙ юҡ, булғаны менән эшләп торорбыҙ.
Республика Хөкүмәте Башҡортостан өсөн уникаль булған предприятиены үҫтерерҙәй эре инвестор эҙләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды етәксе.
1918 йылда барлыҡҡа килгән был предприятие Өфөлә бик боронғоларҙан һанала. Заводтың етештереү ҡеүәттәре бер юлы 15 судно ремонтларға мөмкинлек бирә.
2020 йылғы судно йөрөү миҙгеленә завод эшселәре дөйөм хаҡы 25 миллион һумға 14 берәмек йылға флотын ремонтлаған.
Предприятие үҫеше буйынса бизнес-план туристик һәм иҫтәлекле ваҡиғаларға бәйле маршруттарҙы хеҙмәтләндереү өсөн Өфө һәм Ағиҙел порттары инфраструктураларын яҡшыртыу, Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғаларын тәрәнәйтеү, төрлө класлы суднолар паркын киңәйтеүҙе күҙ уңында тота.
Яҡын киләсәктә «Суднолар ремонтлау-суднолар төҙөү заводы» йәмғиәте зыянлыҡһыҙ эшләүсе һәм өҫтәмә инвестициялар йәлеп итеүсе предприятие булып китергә тейеш.