Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
21 Май 2020, 00:35

Өфөлә Табиптар аллеяһы булдырыла

Өфөлә Табиптар аллеяһын булдырыу күҙаллана, тип белдерҙе бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ирекмәндәр менән осрашыуҙа.

«2020 йылдың яҙында һәм йәйендә булған хәл – быуаттарға, тиҫтә йылдарға торошло ваҡиға. Бындай хәүеф менән тәүге тапҡыр осраштыҡ, беҙгә уны мәңгеләштерергә кәрәк. Өфөлә коронавирусҡа ҡаршы көрәштә алғы һыҙыҡта эшләгән бөтә медиктар хөрмәтенә Табиптар аллеяһы барлыҡҡа килергә тейеш. Кешеләр бөтәһен дә хәтерләһен өсөн».
Аллеяның урыны әлегә билдәләнмәгән.
Башинформ.
Читайте нас