Йүнселлекте үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе саралар Стәрлетамаҡта ла үтәсәк. Был хаҡта ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары, бизнес-шериф Илдар Ғәрифуллин хәбәр итә.
Сара барышында көн һайын эшҡыуарлыҡ иртәлектәре, Бөтә Рәсәй конференцияһы, онлайн-эшҡыуарлыҡты ойоштороу буйынса оҫталыҡ кластары, уңыш ҡаҙанған йүнселдәрҙең сығышы көтөлә. “Wildberries”, “OZON”, “
Mail.ru Group”, “Яндекс”, “AliExpress” топ менеджерҙары, йәмәғәтселек һәм үҫеш институттары вәкилдәре, иҡтисадсылар – аҙналыҡтың спикерҙары.