Ашҡаҙар
+28 °С
Облачно

Фатир ҡарабойҙай түгел дә бит...

Ҡыҙыҡ күренешкә тап булған бит әле мөлкәт мөнәсәбәттәрен өйрәнеүсе белгестәр. Баҡтиһәң, әлеге пандемия шарттарында аҡсаны янда тоторға кәрәк урынға кешеләр күпләп фатир ала башлаған.

“Элек уйлар өсөн һатып алыусылар кәмендә бер аҙна ваҡыт һораһа, хәҙер ике-өс көндә әҙер яуаптар менән киләләр”, – ти бер тауыштан төҙөлөш компанияларының һатыу бүлектәре. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һатып алыусылар иҫке фатирҙар янында туҡтап та тормай, тура яңыларына баралар икән.
Башҡортостан буйынса мөлкәтте теркәү идаралығы белдереүенсә, мәҫәлән, былтырғы менән сағыштырғанда, хатта сит төбәктәрҙә йәшәүселәрҙең беҙҙең республикала мөлкәтен теркәү артҡан. Бында Башҡортостандың һуңғы йылдарҙа йәшәү һәм эшләү өсөн ҡулай мөхитле төбәктәр исемлегендә баһаһын арттырыуҙы ла күҙ уңында тоторға кәрәктер. Һәр хәлдә, былтыр тәүге өс айҙа 1680 ғариза ҡабул ителһә, быйыл был һан 4188-гә еткән. Башҡортостанда мөлкәтен теркәүселәр башлыса Татарстанда, Силәбелә, Төмәндә, Мәскәүҙә, Ырымбурҙа, Санкт-Петербурга һәм хатта алыҫ төбәктәрҙә лә йәшәй.
Әлбиттә, һәр күренешкә үҙ яуабы булырға тейеш һәм бында ла ул ябай ғына: бер аҙ бол туплап өлгөргән кешеләр пандемиянан һуң нимә булырын белмәгәс, аҡса осһоҙланыр тип ҡурҡып, байлыҡтарын ошондай ысул менән һаҡлап ҡалырға булған.
Улай ғына ла түгел, кешеләр күпләп ипотекаға ла фатир ала бит – быныһын нисек аңлатырға һуң? Әлбиттә, сәбәп дәүләт ярҙамында. Һуңғы ваҡытта Үҙәк банктың проценттарҙы 6,5-кә тиклем төшөрөүе нигеҙендә күп кенә йәш ғаиләләр хыялдарына ирешә.
Рәмил МАНСУРОВ.
Белгес фекере
Марина АЛЕКСАНДРОВА, “Этажи” күсемһеҙ милек һәм ипотека үҙәге директоры:
– Беҙҙең статистика буйынса, Стәрлетамаҡта ла март-апрель айҙа-рында ажиотаж булды тип әйтергә мөмкиндер. Әммә бында уның үҙенсәлектәрен дә атап китергә кәрәк.
Беренсенән, әлбиттә, ипотеканың 5,5 һәм 6,5 процентҡа тиклем төшөүе – күптәргә ярҙам, әммә, әлеге хәлгә бәйле, күптәр эшен юғалтыуҙан ҡурҡып, хатта ипотеканан баш тартты. Шуға бында шау-шыу ипотека иҫәбенә тип әйтеүе дөрөҫ булмаҫ.
Киреһенсә, кемдәрҙең нәҡ аҡсалары бар – шулар торлаҡ алып ҡалырға тырышты. Сөнки, вкладтарға һалым артыуы, ғөмүмән, вкладтарҙың баһаһы төшөүе уйланырға этәрҙе. Доллар буйынса икеләнеүҙәр ҙә үҙ эшен эшләмәй ҡалманы. Беҙ хатта үҙебеҙҙә “Ныҡлы валюта – квадрат метрҙарҙа” тигән реклама акцияһы үткәрҙек.

Икенсенән, кешеләр үҙизоляцияла ултырып ҡапыл ғына шәхси йорт тураһында уйлана башланы. “Эх, үҙ ихатам булһа, шунда йөрөр инем” тигән уй күптәрҙең башынан үтмәй ҡалмағандыр. Ошоға бәйле, ҡапыл ғына шәхси йорттар һатып алыусылар күбәйҙе. Был йәһәттән хатта һатыуҙар 25 процентҡа артты. Бына ошо ажиотаждың нигеҙендә яталыр ҙа.

Өсөнсөнән, ауыл ипотекаһы ныҡ ярҙам итте: йылына 2,7 процент кредит менән ауыл өйө һатып алырға теләүселәр бермә-бер артты. Был тәңгәлдән шуныһын өҫтәп китергә кәрәктер: Стәрлетамаҡта ажиотаждың булыуы шунан ғибәрәт: мәҫәлән, “Лазурный” биҫтәһендә төҙөлгән яңы күп ҡатлы йорттар Стәрлетамаҡ районына ҡарай, тимәк, “ауыл ипотекаһы” буйынса һатылырға дәғүә итә – ҡыҙыҡһынмаҫ ерҙән ҡыҙыҡһынырһың...
Ғөмүмән, һәр күренештең нигеҙендә бер нисә сәбәп ята, шул иҫәптән күсемһеҙ милек баҙарының күтәрелеү-төшөүендә лә.
Читайте нас