Ашҡаҙар
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
29 Май 2020, 12:05

Башҡортостанда тынлыҡ сәғәте индереү ҡаралған

Ул күп фатирлы йорттарҙа ремонт эштәрен башҡарыу ваҡыт яғынан сикләүҙе күҙ уңында тота. Шул уҡ ваҡытта 25 квадрат метрҙан кәмерәк булған йәмәғәт туҡланыуы урындарында спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеүҙе тыйыу ҡаралған. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары сираттағы пленар ултырышҡа яңы закон проекттарын сығарҙы.

Көндөҙгө сәғәт берҙән өскә тиклем тауышланырға ярамай. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарының яңы закон проектына ярашлы, был ваҡыт арауығында күп фатирлы йорттарҙа, дөйөм ятаҡтарҙа ремонт эштәрен үткәреү тыйыласаҡ. Документ балалар һәм оло йәштәгеләрҙең тыныслығын һаҡлауға өҫтәмә гарантиялар булдырыуға йүнәлтелгән.
Законды боҙған юридик шәхестәр, вазифа биләүселәргә штраф күләме тағы ла ҙурыраҡ буласаҡ. Ә бына күп фатирлы йорт сафҡа индерелгәндән һуң йыл ярым үтмәгән осраҡта административ яуаплылыҡ ҡаралмаған. Ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен, аварияларҙы, кеше именлеген тәьмин итеүгә бәйле кисектергеһеҙ эштәрҙе лә башҡарыу рөхсәт ителә. Ҡануниәткә индереләсәк үҙгәрештәр Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышына сығарылды.
Фото lentachel.ru
Читайте нас