“Дмитрий Хворостовскийҙан һәм дуҫтарынан балаларға” тип исемләнгән акцияла ҡатнашыусылар марафон барышында концерт ҡуя. Йыйылған аҡса “Русфонд” ойошмаһына күсерелеп, Башҡортостанда йәшәгән сирле балаларҙы дауалауға тотоноласаҡ.
1 июндә үтәсәк телемарафонда беҙҙең дуҫтарыбыҙ ҡатнаша – сараға Борислав Струлев, Илдар һәм Асҡар Абразаҡовтар, Айгөл Әхмәтшина саҡырылған. Телемарафонда минең ҡыҙым да ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ауыр хәлдә ҡалған балаларға бергә ярҙам итәйек.
Флоранс Хворостовская, Дмитрий Хворостовский исемендәге хәйриә фонды етәксеһе.