Шәхестәрҙе данлайбыҙ, хаталарҙы төҙәтәбеҙ, йәштәрҙе үҫтерәбеҙ
– Ләйсән Йәркәй ҡыҙы, Ҡоролтай үҙенең юбилейын ниндәй балҡыштар менән ҡаршы ала?
– Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы яңыртылған, киңәйтелгән составында 2015 йылдан алып эшләп килә. Яңы составта зыялылар, юристар, ғилми эшмәкәрҙәр, эшҡыуарҙар күберәк һайланды.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында әлеге ваҡытта 89 төрлө милләт халҡы йәшәй. Башҡорттар ҡала халҡынан 15,5 процент тәшкил итә йәки 42 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Уларҙың сәйәси, ижтимағи, мәҙәни ихтыяждарын яҡлап, ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты яңы эштәр, яңы пландар менән яна. Ҡалабыҙҙың тарихына яҙмыштары бәйле булған күренекле шәхестәребеҙҙең исемдәрен мәңгеләштереү буйынса эшмәкәрлек алып барыу – беҙҙең бурыс. йыл һайын был тәңгәлдәге тәҡдимдәребеҙ ҡала хакимиәтенә тапшырыла. Башҡорт гәзитенә яҙылыусылар һанын арттырыуға йүнәлтелгән саралар үткәреү, ҡала телевидениеһын яңы форматта тергеҙеү, интернет селтәрҙәрендә эшләп килгән ҡала ҡоролтайының махсус төркөмдәренең әүҙемлеген тағы ла нығыраҡ көсәйтеү кеүек эштәр башҡарыла. Был эштәр, әлбиттә, шул иҫәптән республикабыҙҙың 100 йыллығы сиктәрендә атҡарылды.
Республикабыҙҙа тәүгеләрҙән булып Стәрлетамаҡ ҡалаһының йәштәр ҡоролтайын булдырҙыҡ, киләсәк быуын ҡоролтайҙарҙың эшмәкәрлеге – беҙҙең ғорурлыҡ.
Былтыр “Хатаһыҙ ҡала” тигән акция ғинуар айынан яңынан тергеҙелде. Форматы көсәйтелде. “Ашҡаҙар” гәзите биттәрендә ҡала хакимиәте менән берлектә “Хатаһыҙ ҡала” тигән конкурс иғлан ителде. Конкурс шарттары буйынса, ҡала халҡы алтаҡталарҙағы хаталарҙы фотоға төшөрөп, редакцияға ебәрә. Хаталарҙы ҡала хакимиәтендә махсус комиссия тикшергәс, учреждение, ойошма йәки предприятие хатаны төҙәтергә тейеш була. Йыл аҙағында, 14 декабрь – Башҡорт теле көнөндә йомғаҡлау буласаҡ һәм конкурста ҡатнашыусылар араһында урындар билдәләнәсәк. Тажлы вирус пандемияһы янауы сәбәпле, үҙсикләнеүгә күскәнгә тиклем планыбыҙға ярашлы, уҡыу йорттары, мәҙәниәт усаҡтары менән берлектә бер нисә ҙур сара үткәреп өлгөрҙөк, ә 14 февралдә “Башҡорт теле – заманса тел” тип аталған йыйын ике йөҙ илленән ашыу делегат йыйҙы. Сара “Башҡорт теле” йылына арналды һәм бында ҡаланың башҡорт йәштәре йәшәйеше менән ҡыҙыҡһыныусылар бер майҙанда осрашты.
Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған XII “Кейекбаев уҡыуҙары” республика фәнни-ғәмәли конференцияһы Стәрлетамаҡ ҡалаһында быйыл 21 февралдә үтте, туған башҡорт телен фән кимәлендә күтәреүгә өлгәшкән шәхесебеҙ Ж. Кейекбаевтың мираҫын, башҡорт теленең йәмғиәттә тотҡан урынын өйрәнеү буйынса ҡыҙыҡлы, тәрән мәғәнәле сығыштар шатландырҙы был конференцияла. Яҙҙың беренсе көнөндә “Етегән” байрамы гөрләп үтте, быйыл ул айырыуса юғары кимәлдә, бик сағыу төбәк-ара сара булды. Март айында ҡалабыҙҙың ағинәйҙәре ҡалабыҙ башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Башҡорт ҡунаҡханаһын яңыртып, тергеҙеп, бер нисә кисә үткәрҙе. Саралар был юлы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм Бөтә донъя шиғриәт көнөнә, Республикала иғлан ителгән Башҡорт теле йылына бағышланды.
Милләтте виртуаль киңлектәрҙә үҫтереү
– Әлеге шарттарҙа ҡоролтай ниндәй эштәр менән мәшғүл?
– Тәғәйенләп, бөгөнгө көн тураһында әйткәндә, күмелеп, ең һыҙғанып халыҡ өсөн ҡалабыҙҙа милли мөхит тыуҙырыу буйынса эшләргә шарттар бар, тик бына коронавирус пандемияһы янаған ваҡытта күберәк виртуаль рәүешкә күсте эштәребеҙ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлексәһе ағзаһы Гүзәл Шәмиғолова башҡорт теле йылы айҡанлы интернет селтәрендә ижади эштәр конкурсы башлап ебәрҙе. Уның һөҙөмтәләрен беҙҙең урындағы ҡоролтай ағзалары декабрь айында билдәләйәсәк. Республикабыҙҙа уҙғарылған барса флешмобтарҙа ҡатнашып торабыҙ, мәҫәлән, “Милли кейем”, “Салауат вариҫтары сигенеү белмәй!”, “Үлемһеҙ полк” һәм башҡа шуның кеүек сараларҙа стәрлетамаҡтар алдынғыларҙан булды.
Ер шарында йәшәүсе башҡорт халҡы туған телендә онлайн-диктант яҙҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған саранан Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары, ҡоролтай ағзалары, ағинәйҙәр, уҡыусылар, уҡытыусылар, балалар баҡсалары тәрбиәселәре, атаәсәләр ҙә ситтә ҡалманы.
Мәғлүм, апрель айы һынауҙар менән килде быйыл. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлексәһе ағзалары, ҡалабыҙҙың йәштәр ҡоролтайы, “Ашҡаҙар” редакцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә әлеге һынауҙар ваҡытында, коронавирус пандемияһы мәлендә изге сара үткәрҙе. Акцияла ҡатнашыусылар күп балалы ғаиләләргә, ҡалабыҙ дауаханаларында бикләнеп эшләргә мәжбүр булған табиптарға, туғандары булмаған ололарға һәм башҡа мохтаждарға ярҙам итеү йөҙөнән аҙыҡ-түлек тапшырҙы. Хәйриә эштәрен дауам итеп, 7-8 майҙа, Бөйөк Еңеү көнө алдынан, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы ҡалабыҙҙың Һауа-десант ғәскәрҙәре ассоциацияһының “Йәшә һәм хәтерлә!” исемле мөһим акцияһына ҡушылды һәм хәрби бурыстарын үтәгән саҡта һәләк булып ҡалған яугирҙәрҙең тол ҡатындарына, туғандарына ярҙам күрһәттек. Уны Ҡоролтай эргәһендәге Рәсәй Геройы М. Шайморатов исемендәге Тимерйән Рәжәпов етәкселек иткән ирекмәндәр отряды менән берлектә ойошторҙоҡ.
Артабан, Алла бойорһа, үҙизоляциянан сыҡҡас бик ҙур яуаплылыҡ менән төҙөгән Башҡорт теле йылына арналған пландарыбыҙҙы, береһенән-береһе матур эштәребеҙҙе тормошҡа ашырырбыҙ, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Әгәр ҙә пандемия арҡаһында ниндәй ҙә булһа саралар киҫектерелеп торған икән, беҙ уларҙы аҙаҡ барыбер еренә еткереп ҡуйырбыҙ тип өмөтләнәм. Иң мөһиме, иҫән-һау булайыҡ.
Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ
– Үҙәк ҡоролтай менән бәйләнеш нисек ойошторолған?
– Әлеге етәкселәребеҙ ныҡлы, ышаныслы һәм иң мөһиме – тәжрибәле кешеләр. Телевидение тапшырыуҙарында, интернет селтәрҙәрендә, гәзит-журналдар аша халыҡ менән аралашҡанда һәр ваҡыт Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары менән ҡулға-ҡул тотоноп эшләйбеҙ. Күп кенә документтар, положениелар, бойороҡтар ҡаралғанда ла беҙҙең урындағы ҡоролтайҙарҙың уй-фекерҙәре, тәҡдимдәре иғтибарға алына. Был, минеңсә, бик мөһим. Йәмәғәтселек ойошмалары бөтә ерҙә лә берҙәм булырға тейеш.
Кеҫә телефоны һәр кемдә булған осорҙа, әлбиттә, Өфө менән Стәрлетамаҡ араһы – ара түгел, көн һайын булмаһа ла, көн аралаш һөйләшеп торабыҙ, бының өсөн сәбәптәр етерлек, республикала тормош ҡайнай! Әлеге ваҡытта үҙәк ҡоролтай ойошторған онлайн сараларҙа ҡатнашыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Мәҫәлән, социаль селтәрҙәрҙә “Күршеләрҙә ни хәлдәр?” рубрикаһына үҙебеҙҙең ҡалабыҙҙағы хәл-ваҡиғалар тураһында мәғлүмәт биреп барабыҙ, фекерҙәребеҙ менән уртаҡлашабыҙ, алдағы пландарға яңы тәҡдимдәр индерәбеҙ.
– 25 йыл артта ҡалды, ә бына киләһе 25 йылды башҡорт ҡоролтайы нисек күҙ алдына килтерә икән? – БДБҠ-ның Стәрлетамаҡ бүлексәһен етәкләү бурысы, мәҫәлән, минең үҙемә 2024 йылға тиклем йөкмәтелгән. Шул ваҡытҡа тиклем шәхсән мин үҙем көслө команда туплауға, йәштәр менән тығыҙ аралашып, улар менән эшләп, үҙебеҙгә дан алмашсылар әҙерләүгә иғтибар йүнәлтермен, тип уйлайым. Беҙҙең ҡоролтай ағзаларының барыһы ла был идеяны хуп күрә, улар ҙа, һис шикһеҙ, ҡулдарынан килгән бар эшкә үҙ көстәрен һаласаҡ, тырышасаҡ. Яңы быуын ҡоролтайҙары заманға яуап биргән кимәлдә эшләр, һәр саҡ туған телебеҙ һағында торасаҡ, рух юғалтмаҫ, тигән ышаныста беҙ.
Мәғлүм, ҙур маҡсаттарға өлгәшеү өсөн беҙгә, стәрлетамаҡтарға, һәр яҡлап та артабан үҫешергә кәрәк. Яуланған ҡаҙаныштарға шатланыу – яҡшы, һүҙ юҡ, әммә ләкин артыҡ ҡәнәғәт булып, алға ынтылыуҙан туҡтап ҡалырға ярамай. Ғөмүмән, бөгөнгө Башҡортостанда йәмәғәт ойошмалары менән эшләү дәүләт тарафынан дөрөҫ алып барыла. Башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү, башҡорттарҙың социаль-иҡтисади хәлен, рухи-мәҙәни торошон яҡшыртыу, дуҫлыҡты һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыу – киләсәктә лә ҡоролтайҙың маҡсаты булып ҡаласаҡ.
Әңгәмәне Рәмил МАНСУРОВ ҡорҙо.