Ашҡаҙар
+15 °С
Облачно
Республика һулышы
4 Июня 2020, 15:00

Өфөлә Болгарияның почетлы консуллығы асыла

Башҡортостандың баш ҡалаһында Болгарияның почетлы консуллығы асыла.

Ҡарар 3 июндә республика хөкүмәте ултырышында ҡабул ителде. Вәкиллекте Рәсәй гражданы Ярослав Шредер етәкләй.
«Уның шәхси секторҙа етәксе урындарҙа эш тәжрибәһе ҙур. Хәҙерге ваҡыттта ул — граждандар төҙөлөшө өлкәһендә махсуслашҡан «СП «Уфа» предприятиеһының генераль директоры. Уның йәмәғәт эшмәкәрлеге Болгария менән бәйле: ул Өфөләге болгар йәмғиәте менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә һәм мәҙәни саралар ойоштора. 2009 йылдан «Башҡортостан һәм Болгария халыҡтары дуҫлығы» төбәк йәмәғәт ойошмаһының рәйесе булып тора», — тип хәбәр иттеләр ТАСС агентлығына хөкүмәттең матбуғат хеҙмәтенән..
Өфөлә Болгарияның почетлы консуллығын асыуҙың маҡсаты — Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү, сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе әүҙемләштереү һәм башҡа өлкәләрҙәге хеҙмәттәшлекте киңәйтеү.
Башинформ.
Читайте нас