Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
6 Июнь 2020, 21:23

Шарандар нисек йәшәй?

Башҡортостан Башлығы бөгөн Шаран районында ла булды. Етәксе сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиелары эшмәкәрлеге, йәмәғәтселек урындарын төҙөкләндереү барышы менән танышты, социаль объекттарҙа булды, шулай уҡ муниципалитеттың үҫеш мөмкинлектәре тураһында фекер алышты.

Яңы Йүзәй ауылында республика етәксеһе геосинтетик материалдар етештерелгән Туймазы “ГеоЛайн” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшмәкәрлеге менән танышты. Уларҙың продукцияһы - геоселтәр һәм геотуҡыма – юл төҙөлөшөндә, ауыл хужалығында, нефть-газ тармағында файҙаланыла. Шаран районында предприятие 2018 йылда асылған, буш торған ике ҡатлы бина үҙгәртеп ҡоролған, биләмәһе төҙөкләндерелгән, ҡорамалдар алынған. Объектҡа инвестициялар күләме 20 миллион һумдан ашҡан, 11 яңы эш урыны булдырылған.
Радий Хәбиров етештереү процесы менән танышты, продукция сифатын баһаланы. Сеймал алыуға әйләнештә аҡса етешмәү мәсьәләһе Сәнәғәтте үҫтереү фонды ярҙамында хәл ителә. Бынан тыш, республика етәксеһе Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына “Приуралье” автомобиль юлдары федераль идаралығы менән берлектә геосинтетик материалдарҙы юлдар төҙөлөшөндә һәм капиталь ремонтлауҙа әүҙемерәк ҡулланыу мөмкинлектәрен өйрәнергә ҡушты.
"Был продукция конкурентлыҡҡа һәләтле. Юл төҙөлөшөндә заманса ысул, - тине Радий Хәбиров. - Тик беҙҙә системаға әүерелгән проблема бар, Башҡортостан етештереүселәре үҙ биләмәһендә продукцияһын һата алмай. Шуға күрә республиканан ситкә сығаралар. Беҙҙә лә юл төҙөлөшө әүҙем бара. Был мәсьәләне планлы рәүештә хәл итәсәкбеҙ".
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас