Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
10 Июнь 2020, 14:24

Туризм буйынса федераль агентлыҡ 1 июлдән туристик миҙгелдең башланыуына иҫәп тота

Рәсәйҙә 1 июлдән туристик миҙгелдең башланыуы ихтимал. Был хаҡта Туризм буйынса федераль агентлыҡ башлығы Зарина Догузоваға һылтанма менән ТАСС хәбәр итте.

«Беҙ июнь айында 1 июлдән курорт миҙгеле башланыуға әҙерлек алып барыласағын аңлайбыҙ. Һис шикһеҙ, күп нәмә һәр төбәктәге эпидемиологик хәлгә бәйле. Ләкин беҙ мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ һәм 1 июлдән рәсәйҙәр илебеҙ буйлап иркенләп сәйәхәт итә алыр тип иҫәп тотабыҙ, әлбиттә, барлыҡ хәүефһеҙлек сараларын үтәү мотлаҡ», — тип Догузованың һүҙҙәрен килтерә баҫма.
Рәсәйҙең теге йәки был төбәгендә туристик тармаҡтың нисек эшләүе хаҡында мөһим мәғлүмәт Russia.Travel порталында күренә.
Башинформ.
Читайте нас